Ишембай районында тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған шихандарҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән акция үтте

Ишембай районында тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған шихандарҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән акция үтте 30.11.2015

Бер төркөм активистар, араларында депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм урындағы халыҡ Торатауға менде. Акцияла ҡатнашыусылар изге тауҙар сеймал сығанағы түгел, ә туризм үҙәге булараҡ хеҙмәт итергә тейеш тигән ҡарашта.  

Акция тураһында белеп ҡалғас та тау итәгендә тиҫтәләгән кеше йыйылды. Уларҙың күпселеге урындағы халыҡ. Ишембайҙар тауҙарҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен тәүгеләрҙән булып күтәреп сыға. Ошонда уҡ шихандарҙы сеймал итеп ҡулланыуға ҡаршы ҡултамғалар йыйылды.
Республика Хөкүмәте шихандар ҡалырға тейеш тигән етди ҡарар ҡабул итте. Ләкин Торатау тирәләй болоттар ҡуйырыуын дауам итә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә Рөстәм Хәмитов төбәктә туризмды үҫтереү кәрәклеге тураһында белдергәйне. Был күҙлектән шихандар туристар йәлеп итеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек.
Өҫтәүенә шихандар Республика халҡының да яратҡан  ял итеү урыны. Халыҡ бында балалары менән килергә ярата. Ә инде тауҙарҙың геология һәм археология ҡомартҡыһы булыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың юҡҡа сығыуы ни тиклем ҙур юғалтыу буласағы аңлашыла.
Ләкин содалар еңел генә бирешергә уйламай күрәһең. Улар Ғүмәр эргәһендәге альтернатив сеймал сығанағы кальций содаһы етештереү өсөн бармай тип белдерә. Был сәбәпле уникаль геология ҡомартҡыһына юҡҡа сығыу хәүефе янай. Ләкин халыҡ та изге тауҙы эшкәртеүгә юл асырға йыйынмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика