Ишембай халҡы Ағиҙел йылғаһы аша һалынған  күперҙе үткәндә, көн дә автомобиль тығынында ултырырға мәжбүр 15.03.2016

Объектта капиталь ремонт эштәре бара. Әйткәндәй, күперҙе төҙөкләндереү былтыр башланһа ла, ҡышҡыһын бер аҙ туҡтатылған була. Әлегә унда бер яҡлы хәрәкәт булдырылған, светофор ярҙамында юлдағы хәүефһеҙлек һаҡлана. Йыш ҡына  тығында  бер-ике сәғәт ултырырға тура килә.

«Подрядсы ойошма төҙөлөш графигы буйынса эшләй»,- тип билдәләй урындағы район хакимиәте етәкселеге. Уның буйынса ике яҡлы юл хәрәкәте 30 майҙа асыла. Капиталь ремонт июндә тамамланыр тип күҙаллана. Әйткәндәй, ҡалала Ағиҙел аша күпер 1978 йылда һалына. Уны реконструкциялау өсөн раҫланған проект буйынса бюджеттан 73 миллиондан ашыу һум аҡса йүнәлтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика