Ишембайҙар геү килде 29.08.2015

Ҡалаға нигеҙ һалыныуға 75 йыл ваҡыт үткән, шулай уҡ бөгөн райондың 85 йыллығы ла билдәләнде. Бай концерт программаһынан тыш, урында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, күп функциялы үҙәк, фонтан асыу тантаналары үтте.

Башҡорт нефтен тәү башлап асыусылар һәйкәленә сәскәләр һалынды. Был юҡтан түгел, Ишембайҙың киләсәген ҡара алтынһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Быйыл да яҡшы күрһәткестәргә өмөт ҙур - нефть сығарыуҙы  ике миллион ярым тоннаға тиклем еткереү күҙаллана.  Байрам ҡунаҡтары өсөн шулай уҡ ҡаланың сәнәғәт предприятиелары күргәҙмәһе буйлап экскурсия ойошторолдо. Тиҫтәләгән ойошма үҫеш темптары буйынса Башҡортостан буйынса ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә  алдынғылар рәтендә.
Бигерәк тә сылбырлы транспортер иғтибар үҙәгендә ине. Ул ун тоннаға яҡын йөктө ташый ала. Кабинала биш кеше ултырырға тейеш. Был техника Рәсәйҙә ихтыяж менән ҡулланыла. Заводта 30  йылға яҡын эшләүсе Вил Сәйфуллин билдәләүенсә, уның менән идара итеүе лә ҙур ауырлыҡ тыуҙырмай.  
Оло юбилейҙа ишембайҙарға ҙур бүләк - бер йыл элек төҙөлә башлаған физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелде. Төп маҡсат - сәләмәт быуын тәрбиәләү, олимпия чемпиондарын әҙерләү.
Хәҙер иркен спорт залында үҫмерҙәр рәхәтләнеп туп тибә, волейбол һәм баскетбол уйнай. Бинала шулай уҡ бассейн да бар. Ул биш юлға иҫәпләнгән, оҙонлоғо 20 метр. Көнөнә был ҙур комплексҡа йөҙҙән ашыу кеше йөрөйәсәк.
Ишембайҙа тирә-яҡты йәшелләндереү, ял итеү урындарын булдырыу буйынса эштәр көйлө бара.  Үҙәк паркта фонтан асыу тантанаһына ла халыҡ күп йыйылғайны. Балалар уйын майҙансығында шау-шыу килде, төҫлө аҡбур менән асфальтта һүрәттәр төшөрҙө. Йәштәр, ололар иһә әҙәби майҙансыҡҡа йүнәлде. Унда юбилейға  арналған шиғри марафон үтте.
Был фотоһүрәттәрҙә һәм картиналарҙа 66 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән төҙөк һәм матур ҡаланың бөгөнгөһө сағылдырылған. Күргәҙмә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе лә гөрләп торҙо. Байрамда ишембайҙарҙы тәмле ризыҡтар менән тәьмин итеү - изге ниәт.
Ленин исемендәге майҙан да шат тауыштарға күмелде. Сәхнәлә ҡала тарихының иң онотолмаҫ ваҡиғалары күрһәтелде. Йыр-моң бер минутҡа ла тынманы. Урында инфраструктураның йылдам үҫеше лә билдәләнде. Быны төбәк ойошмалары сәскәләр күргәҙмәһендә лә һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Андрей Чечеватов, бБшҡортостан буйынса баш федераль инспектор: «Ҡаланың потенцияла ҙур тип иҫәпләйем.  Бәлки, ул тулыһынса ҡулланылмайҙыр ҙа, әммә алға ҡуйылған бурыстар теүәл үтелә. Бөгөнгө шарттарҙа инвесторҙар йәлеп итеү ҙә яйға һалынған. Иң мөһиме - Ишембай үҫешә, сәскә ата. Байрам менән!»
75 йыл күп тә, аҙ ҙа һымаҡ, әммә был ваҡыттың һәр минуты, һәр сәғәте, һәр көнө ҡәҙерләп йыйналған. Күркәм концерт төнгә тиклем дауам итте.
Ишембайҙың тарихы бай, бөгөнгөһө ышаныслы, киләсәге өмөтлө, ныҡ. Сөнки сәнәғәт тармағы үҫешкән төбәктәрҙә эш урындары ла бар. Юбилей байрамы ла, тәү сиратта, уған һәм тырыш халыҡтың фиҙаҡәр хеҙмәтенә бағышланды.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика