Ишембай ҡалаһында йәшәүселәр ишек алдын гөл-баҡсаһына әүерелдерә 13.08.2016

Нина Куприянова  тәрбиәләгән сәскәләр һәм  төлө буяуҙар менән һынландырған әкиәт геройҙарына ҡарап  һәр кем һоҡланыуын  йәшермәй. Егәрле, фантазяға бай Нина Николаевна   өлөгөһөнә башҡа күршеләре лә эйәрә.

Уңған ҡулдарҙа -бәрәкәт тигәнгә, матурлыҡ тыуа тип тә өҫтәргә кәрәктер. Нина Николаевнаның  һәр иртәһе ишек алдындағы сәскәләргә һыу һибеүҙән башлана. Егәрле ,бөтмөр ханым уларҙы өсөнсө йыл үҫтерә. «Йорттан сығыу менән мине һәм күршеләремде сағыу төҫтәге сәскәләр ҡаршы ала», тип ҡыуана.
Нина Куприянова, Ишембай ҡалаһында йәшәүсе: «Был бәләкәй генә баҡсаны хаҡлы ялға сығыу менән үҫтерә башланым. Тормош иптәшем һәм күршеләрем дә ихлас ярҙам ҡулы һуҙа. Ағас һындарҙы минең һүрәт буйынса күршем киҫеп бирә. Былтыр үҙебеҙҙең микрорайонда ихата алдын биҙәү буйынса беренсе урын яуланым».
Күрше подъезда йәшәүселәр ҙә Нина Куприянова  өлөгөһөнә әйәреп ишек алдын тәртипкә килтергәндәр. Ике сутый ерҙе таҙартып клумбалар яһау өсөн әллә ни ҙур сығымдар кәрәкмәй.Бары тик теләк һәм дәрт кенә булһын. Күрше-күлән уңғандарҙың тырышлығын һәр ваҡыт маҡтап телгә ала.
Гагарин урамының 90-cы йорто ихатаһы өлкәндәрҙең һәм бала-сағаларҙың яратҡан ял итеү урыны ла. Бында йәшәүселәр йорт тирәһендәге бөхтәлеккә һәм таҙалыҡҡа күнеккән. Шау сәскәгә күмелеп торған ишек алдында бер кем дә сүп ҡалдырмай, эргә-тирәне тәртиптә тота. Ишек алдын гөл баҡсаһына әйләндереүсе Нина Куприянова киләсәктә әкиәт геройҙарының мартешкалар коллекцияһын булдырмаҡсы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика