Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Оксана Иванова сит кешенең юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн 44 мең һум түләргә бурыслы

Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Оксана Иванова сит кешенең юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн 44 мең һум түләргә бурыслы 04.09.2015

Уның фекеренсә, автомобилде  ул  һатыу-һатып алыу тураһында килешеү төҙөгәндән һуң һатып ебәрә.  Ләкин яңы хужа ун көн эсендә траспорт сараһын үҙ исеменә теркәмәй.  Шуға ла штраф квитанциялары автомат рәүештә элекке хужаһы адресына килә.

Оксана Иванова: «Бер көндә почта йәшнигемдә 42 заказлы хат ята. Барыһы ла күптән һатып ебәргән машина өсөн килгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығында транспорттың әлегәсә минең исемлектә икәнлеген белдем. Оҙаҡ эҙләгәндән һуң, уларҙы социаль селтәр аша таптым, әммә улар машинаны алыпһатарҙарға ебәргән. Хәҙер мин машинаның ҡайҙа икәнлеге бөтөнләй белмәйем. Ә хат килеүен дауам итә».
Әлеге ваҡытта Оксана Ивановаға 44 мең һумға яҡын 162 ҡарар ҡабул ителгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автомобилдең яңы хужаһын тапҡан. Тиҙҙән ул административ яуаплылыҡҡа тарттыласаҡ. Белгестәр һатыу-һатып алыу тураһында килешеү төҙөгәндән һуң, транспорт сараһын үҙенең исеменән төшөрөп яңы хужаһы исеменә ҡуйыуҙы талап итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку