Ишембайҙа «Йәш ғаилә-2014» республика конкурсының финалы үтте

Ишембайҙа «Йәш ғаилә-2014» республика конкурсының финалы үтте 01.11.2014

Бәйгелә һигеҙ ғаилә һынау тотто.

Ҡала мәҙәниәт йорто сәхнәһендә төбәктәрҙә уҙғарылған конкурс еңеүселәре сығыш яһаны. Улар Өфө, Учалы, Нефтекама, Ишембай, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ райондарынан килгән. Гран при-приға Өфөнән Юриндар лайыҡ булды. Өс балалы йәш ғаилә ижади һәләтлелеге  менән һоҡландырҙы.  Улар баш ҡалала  үткән конкурстың төп призына - автомобилгә эйә булғайны. Беренсе урынға Әбйәлилдән Хәлиловтар сыҡты. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Өфөнән Шакировтар менән Ишембайҙан  Ғилмановтар бүлеште. Уларға Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте  һәм спорт министрлығынан ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.
«Йәш ғаилә» конкурсы  республикала  1998 йылдан уҙғарыла. Бәйге шарттары буйынса  унда 35 йәшкә тиклемге һәм 5-тән  10 йәшкәсә балалары булған  парҙар ҡатнаша.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку