Иртәгә Рәсәй көнө

Иртәгә Рәсәй көнө 11.06.2015

Ә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары шулай уҡ ҡаланың тыуған көнөн дә билдәләйәсәк. Ғәҙәттәгесә байрам саралары үтеү сәбәпле Октябрь проспектының, Пушкин һәм Совет урамдарының   бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте сикләнәсәк. Был әлбиттә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, ләкин сара ойоштороусылары байрамға килеүсе һәр кемгә яҡшы кәйеф бүләк итергә вәғәҙә итә.  

Өфөнөң Ленин майҙанында эш ҡайнай. Бында иртән үк 4 ҙур йөк автомобиле байрам концертында ҡулланыласаҡ йыһаздар, колонкалар, яҡтыртыу ҡорамалдары алып килгән. Әле уларҙы йыйыу бара. Был эштә иғтибарлы булырға кәрәк ти эшселәр.
Дмитрий Столяров, сәхнә ҡороусы: «Беҙ әле сәхнә ҡорабыҙ. Конструкция бөтә яҡтан тигеҙ булырға тейеш, быға күп иғтибар бүленә. Аҙаҡ иһә ошо каркасҡа тауыш һәм яҡтылыҡ сығанаҡтары беркетеләсәк».
Конструкция 10 тоннаға тиклем ауырлыҡ күтәрә ала. Был бер ҙә артыҡ түгел, сөнки ойоштороусолар 80 киловаттлыҡ тауыш вәғәҙә итә. Бының өсөн 22 ҡеүәтле колонка ҡулланыласаҡ. Ә шулай уҡ яҡтыртыу ҡорамалдары, ҙур экрандар буласаҡ.
Ниндәй генә концер йәки байрам сараһы булмаһын уның эстәлегендә ентекле әҙерлек ята. Һәм бында етешһеҙлектәр булырға тейеш түгел, сөнки бәләкәй генә хата ла бөтә тырышлыҡты юҡҡа сығарыуы мөмкин. Бынан сығып, иртәгә үтәсәк байрам кәйефе ошо егеттәрҙән тора тип әйтергә лә була. Улар үҙ сиратында эштәрен еренә еткереп башҡарыуы һәм байрам юғары кимәлдә үтәсәге тураһында белдерә.
Ҡала халҡы ла 12 июнде көтөп ала. Сөнки был көнгә ике байрам - Өфө һәм Рәсәй көндәре тап килә. Беҙгә урамда осраусылар бөгөнгө шарттарҙа датаны билдәләүҙе айырыуса әһәмиәтле тип һанай.
Рәмил Ғибәҙуллин: «Донъяла хәл бик яҡшынан түгел тип уйлайым. Рәсәйҙе төрлө яҡлап ҡыҫалар. Тик беҙҙең халыҡ бергәләшеп, тырышп ошо ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығасаҡ тип уйлайым».
Эльза Бигастанова: «Я думаю что день Росии это день объединения всех народов, день когда мы все вместе. И сейчас этот дух национальной гордости, единства за Россию очень высок как никогда в связи с событиями на Украине и прочими. Мне кажется что это такой праздник, когда мы действительно все вместе».
Байрам сараларына килгәндә, улар ғәҙәттәгесә ҡаланың төрлө нөктәләрендә үтәсәк. Мәҫәлән Спорт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолһа, Совет майҙанында тынлы оркестрҙар парадын күрергә була.
Камил Юлаев, Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Быйылғы байрамда коцерттарҙан тыш шулай уҡ күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Рус драма театры алдында «Оҫталар ҡаласығы» асыла һәм «Городская среда» кокурсы сиктәрендә иң яҡшы эштәр күрһәтеләсәк».
Якутов паркында йәйге старт сиктәрендә ғаилә спорт байрамы үтәсәк. Ә бына Дим һәм Ҡашаҡаҙан парктарына килеүселәр  һабантуйҙа ҡатнаша аласаҡ. Байрам көнө ғәҙәттәгесә киске сәғәт 11-ҙә Ленин майҙанында салют менән тамамланасаҡ.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку