Иртәгә Өфөлә үтәсәк Бөйөк Еңеүҙең 70-се яҙына арналған парадты республиканың төп телеканалы аша ҡарарға мөмкин

Иртәгә Өфөлә үтәсәк Бөйөк Еңеүҙең 70-се яҙына арналған парадты республиканың төп телеканалы аша ҡарарға мөмкин 08.05.2015

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре  майҙанға телевизион камералар урынлаштырҙы.

Республиканың төп Еңеү парады тап ошо Ленин исемендәге майҙан алдында үтәсәк. Байрам уңайынан  урамдың ваҡытлыса ябылыуы көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан бер-нисә көн элек мөһим ваҡиғаға  әҙерлек ваҡытында ла транспорт хәрәкәте ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтатылғайны.  Әйткәндәй, Бөйөк Еңеүҙе 70 йыллығына арналған парадты республиканың төп телеканалы аша тура эфирҙа ҡарарға мөмкин. Әлеге ваҡытта майҙанда телевизион камералар урынлаштырыла. Фәлән Фәләнов һеҙгә мөрәжәғәт итәйек, Еңеү парадын, барлығы нисә камера төшөрәсәк?
Яуаптарығыҙ өсөн,  рәхмәт! Өфөлә үтәсәк Еңеү парадында иртәгә хәрби техника ҡатнашмай. Бының өсөн  Рәсәй Оборона министрлығының махсус рөхсәте талап ителә. Йәғни, хәрби техника илдең герой-ҡалаларында ғына колонна буйлап үтәсәк. Ә башҡа ҡалаларҙа, шул иҫәптән, Өфөләге парадҡа мең ярымдан ашыу хәрби  йәлеп ителгән. Артабан сараны «Үлемһеҙ полк» акцияһы дауам итә. Колоннаны  БТР оҙатып барасаҡ. Ҡыҫҡаһы, быларҙың барыһын да Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Бары тик һауа торошо ғына ыңғай торһон, тигән теләктә ҡалайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку