Иртәгә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында халыҡ-ара һаңғырауҙар көнө уңайынан махсус тапшырыуҙар эфирға сыға 26.09.2015

Көндөҙгө сәғәт дүртенсе яртыла «Тынлыҡ донъяһынан» тип аталған ым йырҙары концерты, киске сәғәт 7 тула 15 минутта фокуста һәм етелә «Һөйләшкән кеше» тигән тапшырыуҙар ишетеү һәләте сикләнгәндәр  көнөнә арнала.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Уңайлы мөхит» федераль программаһы сиктәрендә  «йәшерен» субтитрлау системаһына күсте. Был технология мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тулы мәғлүмәт еткерә. Белгестәр фекеренсә, субтитрҙар видеосигнал менән берлектә тапшырыла, элегерәк был эшкә алымдың бигерәк ҡиммәт булыуы һәм тейешле ҡорамалдарҙың етешмәүе ҡамасауланы. Шуға ла субтирҙар «асыҡ» рәүештә, йәғни видео өҫтөнә һалынып күрһәтелде. Был иһә ябай тамашасыларҙың күҙен арытты. Йәшерен субтирҙар системаһы талап ителгән осраҡта ғына файҙаланыу мөмкинлеге бирә. Заманса телевизорҙарҙың йәшерен субтирлау өсөн телетекст декодерҙарын булыуын иҫәпкә алғанда, был һис тә ҡатмарлы түгел. Йәшерен субтирлы тапшырыуҙар теҙмәһен Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рәсми сайтында урынлаштырылған телевидение программаһында табырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика