Ирәмәлдә ике балаһы менән ҡатын юғалған

Ирәмәлдә ике балаһы менән ҡатын юғалған 30.03.2015

Был турала  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса  идаралығы хәбәр итә. Ҡатын ошо көндәрҙә алты һәм ун дүрт йәштәрҙәге балалары менән Оло Ирәмәлгә сәйәхәткә сыҡҡан. Улар әйләнеп ҡайтмағас, туғандары ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Силәбе өлкәһендә әле юғалған кешеләрҙе эҙләүгә илленән ашыу хеҙмәткәр, 18 берәмек техника йәлеп ителгән.

Февралдә генә  Ирәмәл тәбиғәт паркында юғалған ирҙе эҙләгәйнеләр. Николай Стрючков  бер төркөм сәйәхәтселәр менән тауҙың түбәһенә менергә йыйынған була. Һауа торошо боҙолғас юлдаштары кире төшә, ә ир сәйәхәтен дауам итә. Ләкин, юлдан яҙып юғала. Ҡотҡарыусылар уны өс көн эҙләгәндән һуң Белорет районынан барып тапты. Турист иҫән, әммә хәрәкәтһеҙ ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку