Ирәмәл тауына менергә йыйынған турист табылды

Ирәмәл  тауына менергә йыйынған турист табылды 25.02.2015

37 йәшлек ир 21 февралдә юғалғайны. Ҡотҡарыусылар уны «Ирәмәл» тәбиғәт паркының Белорет районы биләмәһендә тапты.

Улар ярҙамында шулай уҡ беҙҙең редакция ҡарамағына ошо ваҡиғаға бәйле эксклюзив кадрҙар килеп етте. Кадрҙарҙан күренеүенсә, ирҙең сәләмәтлеге ҡәнәғәтләнерлек. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, өс көн дауамында бисара турист кәнфиттәр менән туҡланып йәшәгән.  Ир менән бергә Ирәмәлгә ете кеше менергә тейеш булһа ла,  һауа торошоноң насарайыуы арҡаһында иптәштәре сәйәхәтте туҡтатырға ҡарар иткән. Артабан юлды бер үҙе дауам итеүсе ир аҙаша. Туристарҙың уны үҙаллы эҙләп ҡарауы һөҙөмтә бирмәй. Ахырҙа, улар ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. Эҙләүгә илленән ашыу кеше һәм ике тиҫтә техника йәлеп ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку