«Ирәмәл» паркында зыян күргән әсә менән бала бөгөн Силәбе өлкәһе дауаханаһына һалынды

«Ирәмәл» паркында зыян күргән әсә менән бала бөгөн Силәбе өлкәһе дауаханаһына һалынды 31.03.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 мартта  Ҡазандан килгән Лилиә Рамаҙанова ике балаһы менән Оло Ирәмәлгә сәйәхәткә юллана. Улар әйләнеп ҡайтмағас, туғандары ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Кисә кис ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бәләгә тарыусыларҙы таба. Әммә 13 йәшлек ҡыҙҙың туңып үлеүе асыҡлана.

Ҡазандан килеп Ирәмәл тауында юғалған 32 йәшлек ҡатын, 13 һәм 5 йәшлек балалар табылды. Алынған мәғлүмәттәр буйынса, улар Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылында туҡтала. Шәмбе иртән Ирәмәлгә китәләр. 7 километр күтәрелгәс парктың контроль пунктында туҡтап сәй эсеүҙәре мәғлүм. Тау башына менеп еткәндәрме, ҡасан аҙашҡандар, әлегә аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Һәр хәлдә туристар билдәләнгән ваҡытҡа әйләнеп ҡайтмай. Уларҙы эҙләргә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән полиция хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Туристар дүшәмбе кисен генә табыла. 13 йәшлек ҡыҙ өшөүҙән һәләк була. Аяҡ-ҡулдары туңған З2 йәшлек ҡатын менән 5 йәшлек малай  ауыр хәлдә. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, уларҙы тапҡан  урын үтә лә текә булып сыға, өҫтәүенә ҡалын ҡар ята. Ҡаза күреүселәрҙе тауҙан төшөрөп тиҙ ярҙам табиптарына тапшырғансы ла бер нисә сәғәт ваҡыт үтә.Бәлиғ булмаған ҡыҙ баланың үлеме буйынса әле тикшереү эштәре бара. Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул тарлауыҡҡа осоп төшкән. Тап шул арҡала был ғаилә базаға әйләнеп ҡайта алмаған.
Ирина Крохина, Силәбе өлкәһе Һатҡы үҙәк дауаханаһының баш табибы:
«Эвакуациялау өсөн эшләнгән йылытҡыслы ҡоролма ныҡ ярҙам итте. Табылған кешеләрҙе Һатҡы дауаханаһына килтергәнсе 4 сәғәт ваҡыт үтте. Килеп еткәнсе улар йылынып та өлгөргәйне. Иртәнге алтыла  реанимацияға һалынып дауалау процедуралары үттеләр. Ҡаза күреүселәрҙе артабан Силәбе Үҙәк дауаханаһына оҙаттыҡ».
Ирәмәл тауына бәйле бындай хәл февралдә лә булғайны.  Тауға артылырға теләгән 37 йәшлек турист 21 февралдә юғалғайны. Ҡотҡарыусылар уны «Ирәмәл» тәбиғәт паркының Белорет районы биләмәһендә тапты. Кадрҙарҙан күренеүенсә, табылған  ирҙең сәләмәтлеге ҡәнәғәтләнерлек. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, был турист иң ауыр мәлдәрҙә кәнфит менән туҡланған. Уның менән бергә Ирәмәлгә ете кеше менергә тейеш булһа ла, һауа торошоноң насарайыуы арҡаһында иптәштәре сәйәхәттән баш тарта. Бер үҙе юлға сыҡҡан турист бик тиҙ аҙаша. Был ир ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ике тәүлек үткәреүенә ҡарамаҫтан, бәхеткә күрә иҫән-имен ҡала.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку