«Иппотерапия - балалар церебраль фалижына ҡаршы!» 04.12.2014

Ошо исем аҫтында үткән хәйриә акцияһы сиктәрендә бөгөн тәүге ғаилә бушлай иппотренажерға эйә булды. Баш ҡала спорт-һауыҡтырыу үҙәктәренең береһе Яңы йыл бүләген 10 йәшлек Элина Хәтмуллинаға тапшырҙы.  

Ун йәшлек Элина Өфөнөң 5-се лицейында белем ала. Үҫмер тиҫтерҙәренән бер ҙә айырылмай. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмай. Тик ҡыҙҙың 36 аҙналыҡ булып донъяға килеүе һаулығына зыян килтерә. Элина сколиоздан яфалана. Ҡыҙҙары ныҡлап аяғына баҫһын өсөн ғаилә бар тырышлығын һала. Бассейн, аэробика, иппотерапия кеүек күнекмәләргә йөрөй. Әммә бөтәһенә лә ваҡытты тигеҙ бүлеп булмай. Нимәнелер кисектерергә лә тура килә, ти ата-әсә. Иппотерапия йәки атта һыбай йөрөп дауаланыу ҙа Элина өсөн көн һайын ҡабатлана торған мөмкинлек түгел. Ҡыҙға заманса ҡоролма - иппотренажер талап ителә.
Гүзәл Хәтмуллина, Элинаның әсәһе: «Табиптарҙың кәңәше буйынса ҡыҙыбыҙҙы бассейн, аэробика һәм иппотерапия кеүек түңәрәктәргә йөрөтә башланыҡ. Файҙаһы бар. Әммә өлгөрөп кенә булмай. Иппотренажер ныҡ кәрәк. Был процедураны дәрес әҙерләгән ваҡытта ла үтәү талап ителә». «Иппотерапия - балалар фалижына ҡаршы» хәйриә проекты сиктәрендә баш ҡаланың спорт-һауыҡтырыу үҙәктәренең береһе ғаиләгә бушлай иппотренажер тапшырҙы. Был Хәтмуллиндар өсөн көтөлмәгән бүләк була. Элина ҡоролманы һынап та ҡараны. Белгестәр әйтеүенсә, иппотренажер атта һыбай йөрөүҙән бер ҙә ҡайтыш түгел, ул шулай уҡ невралгия сире менән яфаланыусыларҙы дауалауҙың да заманса ысулы.
Гөлназ Әхмәтйәнова, спорт-һауыҡтырыу үҙәге етәксеһе: «Методиканың алымы ябай. Ҡоролма баланың кәүҙәһенә, тотош тән мускулдарына йоғонто яһай. Даими күнекмәләр дөрөҫ атларға, умыртҡа һөйәген төҙәйтергә ярҙам итә».
Был ҡоролма ярҙамында Хәтмулллиндар Элинаның ныҡлап аяҡҡа баҫырына өмөт итә. Тырышлыҡ эҙһеҙ үтмәҫ, үҙ һөҙөмтәһен бирер тигән теләктә улар.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика