Инйәр йылғаһында кеше һөйәктәре табылған

Инйәр йылғаһында кеше һөйәктәре табылған 15.07.2016

Архангел районы Оҙондар ауылында йәшәүселәр төрлө имеш-мимештәргә ышанып йәйгеһен һыу инеүҙән шөрләй. Йылғаға яҡын урынлашҡан мосолмандар зыяраты майҙаны йылдан-йыл кәмей бара. Быға, тәү сиратта, яҙғы ташҡындар сәбәпсе. Яр ишелә, уның менән бергә ҡәберҙәр ҙә һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдары бармы?

Оҙондар ауылына ҡараған иҫке зыяраттың Инйәргә яҡын урынлашыуы урындағы халыҡҡа ҙур хәүеф тыуҙыра. Быйылғы көслө яҙғы ташҡындан һуң йылға яры тағы ла ишелгән. Ә бит бында ни бары ун-егерме метр алыҫлыҡта ғына  тиҫтәнән ашыу ҡәбер бар. Тимәк, халыҡтың хафаланыуы ла урынлы.

Мосолмандар зыяратындағы ун өс ҡәберҙе икенсе зыяратҡа күсереү мәсьәләһе лә еңелдән түгел. Башта ҡәбер таштары булмаған әрүахтарҙы асыҡларға кәрәк. Хәйер, ауыл хакимиәте ярҙамға килергә әҙер, техникаһы менән дә, документтарҙы тултырыу йәһәтенән дә... Шулай ҙа ваҡыт яғы ҡыҫа.

Урындағы етәкселек билдәләүенсә, 90-сы йылдар аҙағында уҡ Оҙондар ауылында йәшәүселәр Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан зыяратта башҡа мәйеттәр ерләргә ярамай тигән ҡарарға килә. Әммә күптәр бының менән килешмәй, күрәһең. Әле булһа ла бында яңы ҡәберҙәр күрергә мөмкин.

Ауыл мәсетенең имам-хатибы Камил Фазылов әйтеүенсә, был күренеш менән көрәшеп тә булмай. Күптәр ата-бабаларының васыяты буйынса, нәҡ шул зыяратта ғына ерләүҙәрен һорай. Шулай ҙа июндә уҙаман үҙ күҙҙәре менән  йылғала кеше һөйәктәрен күреп аптырауға ҡалған.

Хәйер, белгестәр йылғаның зарарлы булыуын иңҡар итә. Шулай ҙа Урындағы халыҡты был раҫлауҙар ҙа йыуата алмаҫ, күрәһең. Ауыл аҡһаҡалдары билдәләүенсә, элек зыяраттың майҙаны ла ҙурыраҡ булған. Киҫкен мәсьәлә Инйәр йылғаһы ағым йүнәлешен үҙгәрткәндә үк хәл ителергә тейеш ине,  тигән ҡарашта улар.

Инйәрҙән зыярат ҡына түгел, ауылда урынлашҡан тиҫтәләгән йорт та зыян күрә. Яҙ еттеме, халыҡ ташҡындан яфа сигә. Проблема 2012 йылдан уҡ күтәрелә башлай.  Ошо уҡ ваҡытта йылға ярҙарын нығытыу проекты төҙөлә.

Был эш ярайһы уҡ финанс сығымдар ҙа талап итә

Проект ыңғай фекерҙәр ҙә алған. Сентябрҙә Башҡортостан белгестәре тағы ла уны яҡларға тейеш. Әгәр барыһы ла уңышлы тамамланһа, Инйәр йылғаһы ярында төҙөлөш эштәре киләһе йыл уҡ башланасаҡ. Халыҡтың теләге лә тиҙҙән тормошҡа ашыр тигән өмөт бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика