Инйәр буйында бөгөн экологик өмә үтте

Инйәр буйында бөгөн экологик өмә үтте 14.07.2015

Тәбиғәт һаҡсылары Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендә йылға ярын сүп-сарҙан таҙартты. Тап бында халыҡта киң билдәле Ассы шарлауығы урынлашҡан.  

Төбәккә йылы көндәрҙә бик күп ял итеүселәр килә. Ҡыҙғанысҡа уларҙың бөтәһе лә сүп-сарын йыйып китергә күнекмәгән. Бөгөнгө акцияла ҡатнашҡан ирекмәндәр ярты сәғәт эсендә генә тиҫтәләрсә килограмм  ҡый йыйҙы. Тәбиғәттә ял итеү миҙгеле башланғас район ирекмәндәре аҙна һайын Инйәр һәм Еҙем йылғалары ярҙарын таҙартыуға сыға. Тик барыбер бөтәһенең дә артынан өлгөрә алмай.
Яр буйын таҙалыҡта тотоу өсөн шарттар ҙа бар. 200 метр алыҫлыҡта сүп-сар контейнерҙары тора. Тик күп ял итеүселәр ҡыйҙы ултырған урынында ҡалдырыуҙы хуп күрә. Тәбиғәтте бысратыусыларға ҡаршы экологтар ҙа көрәш алып бара. Был төр хоҡуҡ боҙоусоларға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла, уларға бер нисә мең һум штраф янай. Ләкин элеккесә тәбиғәтте һаҡлау эшендә иң һөҙөмтәле сара булып ял итеүселәрҙең тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡарашы ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку