Инвалидтарға уңайлы мөхит,  репититор үҙәге, һыу тәьминәте һәм башҡалар 05.06.2015

Бөгөн Республика Башлығы төрлө  тәҡдим-проблемалар менән килгән  граждандарҙы ҡабул итте.  Барлығы тиҫтәгә яҡын мөрәжәғәт ҡаралды.  Мәҫәлән  Дәүләкән  ҡалаһы һәм Өфө районының Яңы Булғаҡ ауылы кешеләрен эсәр һыу мәсьәләһе борсой. Шулай уҡ  авиамоделдәр йыйыу спорты  үҙәге  төҙөү тәҡдиме менән сығыусылар ҙа бар. Ябай халыҡ күтәргән бөтә һорауҙар күҙәтеүгә алынды һәм уларҙы хәл итеү  мөмкинлектәре барланасаҡ.

Александр Никишкин 1-се төркөм  инвалиды. Егет Чечняла хәрби бурысын үтәгәндә аяғын зәғифләгән. 30 йәшлек Александр әле коляскала хәрәкәт итергә мәжбүр, әммә  ул дүрт стена эсендә генә бикләнеп ҡалырға уйламай,  әүҙем тормош алып бара.  Егетте  юлдарҙың  коляскалар өсөн махсуслаштырылмауы  борсой,  тротуарҙарға  менеү, төшөү урындары бөтә ерҙә лә ҡаралмаған, ти ул.
Ә бына Фатима Мостафина исемендәге 20-се  ҡала башҡорт гимназияһы ҡыҙҙары   Өфөлә репититор үҙәге асыу хаҡында хыяллана. Берҙәм ойошма төҙөү имтихандарға әҙерләнеү барышын еңеләйтеү менән бер рәттән,  уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеген дә арттырасаҡ, тигән фекерҙә ҡыҙҙар. Әле уҡыусыларға репититор табыуы бик ҡыйын, ҡаланың төрлө мөйөштәренә йөрөргә, ҡайһы берҙә ҡараңғыла ҡайтырға ла тура килә .
10-сы синыфта уҡыған ҡыҙҙарға хәҙер  хыялдарының тормошҡа ашыуын көтөргә генә ҡала,  башҡа  граждандар күтәргән тәҡдим- проблемалар ҙа яҡын арала уҡ хәл ителер тип көтөлә.   Һәм йәмғиәттең үҫеше лә  ошондай әүҙем кешеләрҙең тормош позицияһына бәйле.
Бөгөн Республика Башлығына барлығы тиҫтәгә  яҡын кеше  мөрәжәғәт итте.  Улар тирә-йүндәге ваҡиғаларға битараф булмаған, беҙҙе уратып алған донъяны   яҡшыртырға теләгән кешеләр. Был граждандар күтәргән проблемалар төрлө өлкәләргә ҡағыла. Бигерәк тә медицина хеҙмәтләндереүе, һыу тәьминәте менән бәйле һорауҙар күп.  Рөстәм Хәмитов бар үтенестәр ҙә күҙәтеүгә алынасаҡ һәм хәл итеү юлдары барланасаҡ тип белдерҙе.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика