Инвалидлыҡ юллау ҡатмарлымы?

Инвалидлыҡ юллау ҡатмарлымы? 17.02.2015

Бөгөн «Халыҡ фронты - Рәсәй өсөн» йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе штабы вәкилдәре урындағы инвалидтар йәмғиәте менән берлектә ҡаланың бер нисә медицина-социаль экспертиза  учреждениеһына рейд ойошторҙо, уңайлыҡтары менән танышты, халыҡ менән аралашты. Әйткәндәй,  сара Рәсәйҙең 23 төбәгендә үтте. Төп маҡсат - был ойошмаларҙың хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу.  

Пандустар бар, тик коляска таймаһын өсөн махсус түшәм юҡ. Был рейдтың тәүге иҫкәрмәһе ине. Шулай уҡ Баш медицина-социаль экспертиза бюроһы алдында автомобилдәр өсөн парковкаларҙың етерлек кимәлдә булмауы ла күҙгә ташланды.
Экспертиза үтер өсөн өсөнсө ҡатҡа тиклем йәйәү менергә кәрәк. Лифт юҡ. Шулай ҙа кемдәр атлай алмай, йә ауыр хәлдә тикшеренеүҙе беренсе ҡатта үтә ала.
Коляскала йөрөүселәр ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт итһен өсөн был учреждениела шарттар булдырылған: ишектәр киңәйтелгән, таянғыстар ҡуйылған, ярҙам кәрәккәндә хеҙмәткәрҙе саҡырырға мөмкин.  
Киләһе рейд  - 4-се медицина-социаль экспертиза бюроһында үтте. Бында бар кабинеттар ҙа беренсе ҡатта урынлашҡан, шуға хәрәкәт итеүҙә бер ниндәй ҡаршылыҡтар булманы.  Шулай ҙа коляска менән йөрөүселәр бәҙрәфкә инә алмаясаҡ. Был берҙән-бер етешһеҙлек.
Был бинала бюро ике йылдан ашыу эшләй. Тимәк, етешһеҙлекте бөтөрөргә теләк етмәгән. Шулай ҙа яуап икенсе төрлө яңғыраны. Бында ауырыуҙар оҙаҡҡа килмәй икән.  
Бер нисә айҙан ҡаланың барлыҡ медицина-социаль эскпертиза бюролары дөйөм бер бинала урынлашасаҡ. Унда барлыҡ шарттар ҙа булыр тип көтөлә. Шулай ҙа бөгөнгө рейд шуны дәлилләй: социаль учреждениелар мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн тулыһынса ҡулайлаштырылмаған. Мәсьәлә һаман бар һәм уны хәл итеү өҫтөндә даими эшләү мөһим. Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты урындағы инвалидтар йәмғиәте менән берлектә бындай рейдтарҙы учреждениеның башҡа бүлексәләрендә лә үткәрергә ниәтләй. Был эш һөҙөмтәһеҙ үтмәҫ тигән өмөттә улар.
Республикала мөмкинлеге сикләнгән 300 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар йыл һайын тиерлек медик-социаль экспертиза үтергә тейеш. Әлбиттә, был документтар юллау йәһәтенән дә, психологик яҡтан да ҡатмарлы процесс. Шуға ла нәҡ был учреждениеларҙа бар уңайлыҡтарҙың да булыуы мотлаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика