Интернет селтәре, гаджеттар һәм тиҫтәләрсә мәғлүмәт технологиялары өҫтөнлөк ала барған шарттарҙа, замана уңайлыҡтарынан баш тартып, төшөнкөлөккә бирелеүселәр ҙә юҡ түгел

Интернет селтәре, гаджеттар һәм тиҫтәләрсә мәғлүмәт технологиялары өҫтөнлөк ала барған шарттарҙа, замана уңайлыҡтарынан баш тартып, төшөнкөлөккә бирелеүселәр ҙә юҡ түгел 31.07.2015

Белгестәр фекеренсә, был замандаштарыбыҙҙың тормошта аныҡ ҡына маҡсаттары булмағандан да килеп сыға. Һәм киреһенсә, иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем шәхси хужалығында, баҡсаһында  һәм ялан-ҡырҙарҙа мәшғүл ауыл эшсәндәренең  бошоноп ултырырға бер минут та ваҡыты юҡ. Яңауыл районында йәшәүсе Рәшитовтар ғаиләһе тап шундайҙарҙан.

Күптән түгел машина эшләүселәр колледжын тамамлап, иретеп -йәбештереүсе һөнәрен һайлаған Айнур атаһы менән әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы. Уртаҡ тырышлыҡ менән улар  йорттарының  тирә-яғын гөл-баҡсаға әйләндергән. Уңған ғаилә шулай уҡ  ҡура тултырып мал -тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай. Күптән түгел, замана технологияларынан арта ҡалмай, һауын аппараты ла һатып алғандар.
Рәшитовтар ғаиләһен ауылдаштары ла хөрмәт итә. Гөлфирә ауыл хакимиәте белгесе, Айҙар  янғын һүндереү часында хеҙмәт итә. Ғаилә башлығы йорт мәшәҡәттәренең күбеһен үҙ өҫтөнә алған.
Шәхси хужалыҡ Рәшитовтарға хеҙмәт шатлығы ғына түгел, өҫтәмә табыш та килтерә. Хужалар көн һайын ҡалалағы даими клиенттарын яңы һауылған ауыл һөтө менән тәьмин итә. Ошо юл менән улар ғаилә бюджетын тулыландыра.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку