Инорста янғын һүндереүсе яңы депо

Инорста янғын һүндереүсе яңы депо 11.09.2014

Өфөнөң социаль яҡтан ныҡ ҡына артта ҡалған биҫтәләренең береһе хәҙер ут ғәрәсәтен тиҙ туҡтата ала. Депо асыу тантанаһына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы федераль округындағы  етәксеһе Игорь Паньшин килде. Уның эшлекле сәфәре Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов  менән осрашыуҙан башланды.

Республиканың Яңауыл, Краснокама яҡтарындағы ел-дауыл фажиғәһенә эләгеүселәргә ярҙамға беренсе булып Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы килде, тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов. Артабан һүҙ янғын һүндереүселәрҙең матди базаһы, яңы деполар төҙөү хаҡында барҙы.Ә инде Инорс биҫтәһендә өр-яңы депоның асылыуы ҡағыҙҙа килешелгәндәрҙең эш менән нығытылыуын аңлата. Әлегә тиклем Инорста янғын сыҡҡан хәлдә ярҙамға Өфө моторҙар эшләү заводы машиналары килә ине. Ә бит 70 мең кеше йәшәгән был биҫтәлә ялҡын телдәре йыш күренә. Тимәк, янғын һүндерергә килеүсе ике машина диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә.
Игорь Паньшин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы үҙәге етәксеһе: «Маҡсатлы Федераль программала билдәләнгәнде үтәп барабыҙ. Был депола ла янғыу һүндереүселәр өсөн эш шарттары яҡшы, эшләйһе лә, эшләйһе килә».
Шарттар, ысынлап та, насар түгел. Кубриктағы карауаттар ҙа тревога була-ҡалһа этеш-төртөш булмаҫлыҡ итеп иркен ҡуйылған. Бында хатта психологик ял бүлмәһе лә бар.Душ кабиналарын да күргәс, был министрлыҡта ла армия менән флоттағы кеүек шарттар тыуҙырылғаны аңлашыла. Күргән-ишеткәндәр ҡунаҡтар кенәгәһенә тарихнамә итеп теркәлде.Был Федераль аҡсаға төҙөлгән тәүге депо. Үҙҙәренә шундай уҡты төҙөргә теләгән район йә ҡала Федераль ҡаҙна менән ярыша алыр микән?
Игорь Паньшин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы үҙәге етәксеһе: «131-се Федераль закон бар. Уның буйынса, һәр муниципалитет үҙ мөмкинселеген үҙе ҡарарға тейеш. Федераль аҡсаларҙы улырға биреп булмай. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең дә һәр аҙымыбыҙҙы ҡарап тороусы тикшереү органдары бар».
Бына ул тарихи ғәҙеллек! «Пожарный» тигән һөнәр эйәләренә арнап тотош һәйкәл асылды. Ветерандар был көндө тарихи техниканы ла күрһәтте. Үткәндәр менән бөгөнгө айырмаһы ер менән күк араһына тиңдер. Был машиналар журналистарға күренеү өсөн генә сыҡҡайны. Ҡыҙғанысҡа күрә саҡырыу ысынға әйләнде, машиналар кире ҡайтып тормайынса ут һүндерегә китте. Беҙ инде тарих үлсәмен тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөгә булдыҡ. «Әптрәй, качай насосты!». Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектаклендә шундай юлдар бар. Бөгөнгө транспорт тығындары шарттарында янғын һүндереүселәр ат тиҙлегенән дә оҙағыраҡ килеүсән. Ә инде Федераль программа буйынса Өфөнөң тирә-яғында янғын һүндереү деполарын төҙөй мәсьәләне хәл итте кеүек.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика