Имгәкләп, йүгереп финишҡа барып етергә йәки ярты йәштә - тәүге миҙал! 17.06.2017

Иртәгә Өфөлә ҡаланың иң бәләкәй сабыйҙары араһында ярыш ойошторола. Алты айҙан өс йәшкәсә балалар билдәле ваҡыт арауығында имгәкләп, йүгереп бер-береһен уҙыуҙа һынау тотасаҡ. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған бәйгелә быйыл үҙ көсөн Ибраһим да һынап ҡарай.

Нисек тә булһа баланы әүрәтергә. Кеҫә телефоны, уйынсыҡмы, иң мөһиме алға ынтылһын. Сабыйҙарҙың ярышына ата-әсәләр ҙә ныҡлы әҙерләнә. Көн һайын яртышар сәғәт күнекмәләр ҡаралған. Бәләкәй генә дистанция арауығы булһа ла, был балалар өсөн оло һынау, ти Ибраһимдың әсәһе Эльвира.
Бәләкәстең кәйефе юҡ икән, күнекмәләрҙе кисектереп торорға тура килә. Был осраҡта ғаилә өйҙә һүрәт төшөрөү менән мәшғүл, был да бәйгенең бер шарты. Ярыш талаптары буйынса баһалама ағзалары тиҙлекте, баланың һәләтен генә тикшереп ҡалмай, ә кастюм үҙенсәлектәренә лә иғтибар итә. Бер йәш тә дүрт айлыҡ Ибраһимдың әсәһе ҡала кимәлендә үтәсәк ярышта улын дәртләндерер өсөн «Иң әүҙем көйәрмәндәр» төркөмөн дә булдырған.
Елена Садиҡова, «Комсомольская Правда-Өфө» нәшриәт йорто мөхәррире: «Балаларҙың әүҙемлеген генә түгел, конкурста иң дәртле көйәрмәндәрҙе лә билдәләйәсәкбеҙ. Был чемпионатта һәр бала үҙенең йәш категорияһында сығыш яһай. Иң бәләкәй ҡатнашыусыларҙың маҡсаты - 6 метр араны тиҙлеккә имгәкләп үтеү. Ә өлкәнерәктәр 10 метр алыҫлыҡҡа  йүгереп финишҡа килергә тейеш».
Ойоштороусылар әйтеүенсә, сараның маҡсаты йәш ата-әсәләргә аралышыу мөмкинлеге биреү, күңелле ял сәғәттәре бүләк итеү.  Бәләкәстәр араһында ярышты киләһе йыл ҡала кимәлендә генә түгел,  республиканың башҡа төбәктәрендә лә уҙғарыу ҡарала.
«Кескәйҙәр стартҡа» ҡала чемпионаты уҙғарылыуға бер көн ҡалды. Әлегә бәләкәй конкурсанттар ата әсәләре ярҙамында үҙ ғүмерендәге тәүге ярышҡа әҙерләнә. Чемпионат ҡыҙыу булмаҡсы, сөнки ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусыларға теләк белдереүселәр һаны 500 ҙән дә әҙ түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика