Имен йөрө, балаҡай 31.05.2017

Рәсәйҙә  йыл һайын меңәрләп бала юғала. Уларҙың күбеһе бөтөнләй табылмай. Әле Белоретта май башында уҡ ғәйеп булған  Яна Перчаткинаны эҙләү дауам итә. Тәфтишселәр фаразлауынса, ҡыҙҙы билдәһеҙ кеше үҙе менән эйәртеп алып киткән булыуы ихтимал. Көпә-көндөҙ ҡала үҙәгендә баланы урларға мөмкинме? Был һорауға яуап бирер өсөн беҙҙең ижади төркөм Өфөнөң балалар майҙансыҡтарында тәжрибә үткәреп ҡараны.

Бәләкәй бесәйҙәр кескәйҙәрҙең иғтибарын йәлеп итергә тейеш. Шуға ла интернеттан ошо һүрәттәрҙе баҫтырып алдыҡ. Социаль тәжрибә барышында  беҙҙең видеоинженер уларҙы күрһәтеп балаларҙы үҙе менән ситкә алып китергә тырышасаҡ.
Телеүҙәк янындағы балалар майҙансығы. Тыныс ҡына уйнап йөрөгән ике ҡыҙҙы һынап ҡарарға булдыҡ. Беҙҙең кешегә уларға  барып һүҙ ҡушып һөйләшеп китеүе ауыр булманы.
Тере бесәй балаларын барып ҡарау тәҡдиме ҡыҙҙарҙы тәүҙә ҡыҙыҡһындырҙы, шулай ҙа улар нимәнәндер икеләнеп хәүефле аҙымдан баш тартты.
Беҙҙең тәжрибәне ҡыҙҙарҙың береһенең әсәһе лә ситтән күҙәтеп торҙо. Балаларҙың ят кешенең  өгөтләүенә бирелмәүе уны ҡыуандырҙы.
Тәжрибә барышында беҙ барлығы 6 баланы һынап ҡараныҡ. Уларһың күбеһе билдәһеҙ  кеше менән уйын майҙансығынан ситкә китеүҙе хупламаны. Шулай ҙа, һигеҙ йәшлек бер малайҙың бесәйҙәр менән ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк булып сыҡты. Ул икеләнмәйенсә билдәһеҙ ир кеше артынан эйәрҙе.
Тәүҙә икеләнеберәк торһа ла, артабан ул ныҡлы баҫып парктан сығыу яғына ыңғайланы. Улының бындай аҙымы тәжрибәне ситтәрәк күҙәтеп тороусы өсө кеше өсөн дә көтөлмәгән хәл булды.
Һынау мәлендә балалр ата-әсәһенән ситтәрәк торһалар ҙа, майҙансыҡта башҡа ололар ҙа күп ине. Әммә уларҙың береһе  лә сәйер кейемдәге яңғыҙ ир кешенең балалар араһында уралыуына шикләнеүен белдермәне, һорау биреүсе, ҡыҙыҡһыныусы булманы. Бәлә башы битарафлыҡ тигәндәй, Рәсәйҙә йыл һайын 20 мең самаһы бала юғала. Уларҙың яҡынса 10 проценты табылмай, тигән фекерҙә белгестәр. Башҡортостанда балаларҙың ғәйеп булыу осраҡтары һирәк күренеш. Мәҫәлән, Яна Перчаткина тарихы өс йыл эсендә теркәлгән тәүге күңелһеҙ хәл. Әле уны эҙләү дауам итә.
Тәфтишселәрҙең  фаразлауынса, Яна Перчаткина ла тап билдәһеҙ кеше артынан эйәреп киткән булыуы ихтимал. Уның юғалыуының  сәбәптәре тиҙҙән асыҡланыр тигән өмөттә ҡалайыҡ. Беҙҙең тәжрибәнән күренеүенсә иһә, сәйер кешенең балалар араһында ураланыуы, уларға һүҙ ҡушып, төрлө тәҡдимдәр яһауы замандаштарыбыҙҙы хафаға һалмай әле. Һынауҙы әлбиттә 6 баланың береһе генә үтә алманы. Әммә  бизмәнгә ғәзиз кешеңдең именлеге һалынған осраҡта статистика күрһәткестәре мөһим түгел.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика