Имамдар белем эстәне

Имамдар белем эстәне 11.02.2015

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында бөгөн бер төркөм дин әһелдәренә диплом тапшырылды. Улар юғары уҡыу йортонда өс ай дауамында 72 сәғәтлек курс үтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ярҙамында мосолман диндарҙарының белемен камиллаштырыу буйынса ике уҡытыу үҙәге асылғайны. Унда  имамдар ҡайтанан әҙерлек үтә ала. Әлеге ваҡытта уларҙа 500-ҙән ашыу диндар белемен камиллаштырған. 2017 йылға тиклем өс меңгә яҡын дин әһеле ҡайтанан әҙерлек үтергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку