Илле йыл бергә!

Илле йыл бергә! 22.02.2016

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Зөлфәр Мөхәмәтйәнов сағыу ваҡиғаларға бай тормош юлы үткән. Бәхетен һәм яҙмышын баш ҡалабыҙ Өфөлә тапҡан Мөхәмәтйәновтар өсөн  февраль айырыуса иҫтәлекле.

Алтын туй. Был көндө  Әсилә менән Зөлфәр Мөхәмәтйәновтар дуҫтарынан, яҡындарынан  йылы тәбрикләү һүҙҙәре, изге теләктәр ҡабул итә. Тамырҙары Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан булған  Мөхәмәтйәновтар мөхәббәтле һәм бер-береңә тоғро йәшәү өлгөһө булып тора. Ғаилә альбомындағы был фотоһүрәттәрҙә уларҙың тормош йылъяҙмаһы сағылған.
Әрменән һуң Зөлфәр Мөхәмәтйәнов бер туған ағаһы эргәһенә  моторҙар эшләү берекмәһенә эшкә килә. Тырыш, һөйкөмлө һәм баҫалҡы егет һыҙма эштәргә маһир була. Күп тә үтмәй уны моделсылар цехына күсерәләр. Зөлфәр Мортаза улы утыҙ һигеҙ йыл буйы ошонда эшләй. Теүәллек, тәртип яратыусы егеттең тырышлығын завод етәкселеге юғары баһалай.
Тормош иптәше Әсилә Нурый ҡыҙы ла күркәм хеҙмәт юлы үтә. Теремек, уңған эшсе ханымдың  ун алты йәшенән башланған хеҙмәт биографияһын тиҫтәләгән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары биҙәй.
Мөхәмәтйәновтарса бәхетле, оҙон ғүмерҙең сере  -хеҙмәт яратыуҙа, донъя йөгөн бергәләп тартыуҙа.
Гөлнара Ғөбәйҙуллина, Мөхәмәтйәновтарҙың ҡыҙы: «Беҙ атайым менән әсәйемде һәр ваҡыт балаларға өлгө итеп ҡуябыҙ. Улар ғүмер  буйы татыу йәшәне, бер-береһе һәм беҙҙең өсөн өҙөлөп торҙо».  
Денис Яковлев, Мөхәмәтйәновтарҙың ейәне: «Мин йәйгеһен ҡайтып ярҙамлашам, үткән йәй мунса күтәрештем. Улар янында рәхәт».
Ләйсән Мөхәмәтйәнова, Мөхәмәтйәновтарҙың ҡыҙы: «Мин төньяҡ башҡалала йәшәгәс, ата-әсәйем эргәһенә йылына ике генә тапҡыр ҡайта алам. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, улар магнит кеүек беҙҙе үҙенә тартып тора».
Ярты быуат ғүмер кисереүсе бәхетле пар Әсилә менән Зөлфәр Мөхәмәтйәновтар  Өфөгә килеп төпләнеүсе ишле туғандары араһында да абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған.
Әсилә менән Зөлфәр Мөхәмәтйәновтар бынан теүәл илле йыл элек аҡ буранлы февраль айында ғаилә ҡорған. Улар өйләнешкәндә тәбиғәт буранлап-елләп торһа ла, йәшәгән йортобоҙҙа бер ваҡытта ла буран булманы, ти Мөхәмәтйәновтар.
Илле йыл бергә йәшәүсе Әсилә менән Зөлфәр Мөхәмәтйәновтарҙың булмышы, йәшәү рәүеше - йәштәребеҙ өсөн татыу, бәхетле ғүмер итеү, рухи ҡиммәттәр юғала барған буталсыҡ заманда ғаилә ҡотон  яҡлау өлгөһө  булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку