Илле биш плюс 18.12.2014

Был йәштә тормош саҡ башлана ғына. Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Республикала һуңғы дүрт йылда  «Өсөнсө быуын» халыҡ университеты программаһы буйынса  60 меңдән ашыу кеше белемен камиллаштырған.  Бөгөн  уларҙың бер төркөмө  Башҡорт дәүләт аграр университетының өҫтәмә һөнәри белем биреү институтының тыңлаусылар курсын тамамлау хаҡында таныҡлыҡ алды.

Оҙаҡ йылдар геолог булып эшләгән Рәүҙәт Минһажевты ҡыҙҙары инглиз телен өйрәнергә өгөтләп  халыҡ университетына алып килә. Ни тиһәң дә, ике кейәүе лә сит милләт вәкилдәре. Башҡортса, русса аралашмайҙар. Хаҡлы ялға сыҡҡан уҙаман өсөн инглиз телен өйрәнеү еңелдән булмаһа ла, тырыштым, ти ул. Бөгөн ул грамматиканы яҡшы белә.  
Башҡорт дәүләт аграр университетында оло быуын вәкилдәре өсөн курстар өсөнсө йыл  эшләй.  Бигерәк тә хаҡлы ялдағылар сит телдәрҙе, компьютер, интернет нескәлектәрен өйрәнергә теләк белдерә.  Шулай уҡ йәшелсә-емеш үҫтереүҙә заманса технологияларҙы ҡулланырға, финанс һәм хоҡуҡи яҡтан белемен нығытырға теләүселәр ҙә күп. Бөгөн инглиз телен үҙләштереүселәр ниһайәт, курстарҙы тамамлау тураһында таныҡлыҡ алды.
Гөлсинә Манакова, «Өсөнсө быуын» халыҡ университеты тыңлаусыһы: «Курстарға йөрөп йәшәреп киткәндәй булдыҡ, үҙебеҙ менән бер уйҙа, маҡсатта булған кешеләр менән осраштыҡ».
Халыҡ университеты тыңлаусылары араһында бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар күп. Улар тәү сиратта, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә балаларына оло терәк һәм ярҙамсы.
Уҡырға теләүселәргә бында ҡытлыҡ юҡ. Былтырғыға ҡарағанда өҫтәмә белем алырға теләүселәр ике тапҡырға артҡан. Киләсәктә «Дарыу үләндәре», «Декоратив баҡсасылыҡ» кеүек яңы курстар асыу күҙаллана.
Өфөләр генә түгел, ауыл ерендә йәшәүселәр ҙә уҡырға әүҙемлеген күрһәтә. Башҡортостандың һәр район-ҡалаһында тиерлек халыҡ университеттары ойошторолған. Заман менән бергә атларға теләүселәр бер  йүнәлеш буйынса ғына түгел, ике-өс курстарға яҙылып, әүҙем тормош алып барыуҙы хуп күрә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ял итергә ашыҡмай улар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика