«Ильич лампалары» урынына хәҙер люминесцент лампалар ҡулланышҡа инде 01.08.2015

Элегерәк ҙур ойошмалар электр утын экономиялаһа, яҡтылыҡ өсөн хаҡ көндән-көн ҡиммәтләнә һәм тиндәр һумдарҙы һаҡлай тигәнде иҫтә тотоп, халыҡ  оҙағыраҡ хеҙмәт итә торғандарына өҫтөнлөк бирә. Улар ғәҙәти лампаларға ҡарағанда энергияны аҙыраҡ сарыф итә.  Әммә миҙалдың ике яғы- замана  лампаһы  cоставында  кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле матдә  бар. Ул-терегөмөш. Тимәк,  ватылһа, уны ябай сүплеккә ырғытырға ярамай.

Стәрлетамаҡ районы Рощинский ҡасабаһы урамдарына күптән түгел энергия һаҡлаусы лампаларҙы ырғытыу өсөн  махсус һауыттар  урынлаштырылған. Быға тиклем ҡулланған  лампаларын халыҡ ҡайҙа ырғытырға белмәгән.  
Ҡасабала әлегә  ике экобос. Ике меңдән ашыу кеше өсөн был аҙ, әлбиттә. Лампочканы ырғытыу өсөн ауылдың бер осонан икенсеһенә килергә тура килә. Етәкселек әйтеүенсә, киләсәктә тағы икене  урынлаштарыу күҙаллана.
Хәүефле лампалар өсөн  республикала 700 контейнер урынлаштырылған. Улар башҡа сүп һауыттарынан айырылып тора - ҡыҙыл-һары төҫтә. Ҡулланылышта булған батарея,  термометрҙы ла шунда  һалырға кәрәк. Контейнерҙы айына бер тапҡыр махсус хеҙмәт  бушатып алып китә.  Энергия һаҡлаусы лампаларҙы утилләштереү заводы Башҡортостанда  берәү генә - Стәрлетамаҡ ҡалаһында. Унда лампаның люминофор, цоколь  быялаһы  бер-береһенән айырып алына һәм хәүефле матдәләр юҡ ителә.    
Энергия һаҡлаусы лампаны етештереүгә терегөмөш аҙ кимәлдә ҡулланыла, әммә  лампаларҙың ҡалдыҡтары күпләп йыйылыуы тәбиғәтте бысратыуға килтерә. Сит илдә күптән  сүпте  төрҙәргә бүлеп ырғытыу тәжрибәһе бар, халыҡ  пластик шешәләрҙе айырым урынға һалырға өйрәнеп бара,  лампаларҙы ла махсус контейнерға төшөрөргә  кәрәклекте оноторға ярамай, сөнки  уларҙың составындағы терегөмөш беренсе класлы хәүеф тыуҙырыусы матдәләр иҫәбенә инә. Ни тиһәң дә, тәбиғәтте һаҡлау - үҙебеҙҙең сәләмәтлекте ҡайғыртыу.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика