Илгә тыныслыҡ бүләк иткән быуын вәкиле

Илгә тыныслыҡ бүләк иткән быуын вәкиле 16.03.2016

Хәйбулла районының Бүребай ауылында йәшәүсе Йомабикә Бикбова ауылдаштары араһында оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанған ағинәйҙәрҙең береһе. Ауыр һуғыш йылдарында тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған ханым бөгөн йөҙ йәшен билдәләне.

Ғүмер хәтирәләрен һаҡлаған фотоһүрәттәрҙе ҡарағанда Йомабикә Ғиззәт ҡыҙының күҙҙәренә йәш эркелә. Тотош быуат эсендә ул төрлөһөн кисерә. Йәшлек йылдары аяуһыҙ һуғыш  йылдарына тура килгән хеҙмәт ветераны еңеүҙе тылда яҡынайта. яу ҡырында ятып ҡалған бер туған ағаһы менән ҡустыһы уның хәтерендә мәңгелеккә  уйылған. Йомабикә Ғиззәт ҡыҙын аслыҡ, яланғаслыҡ та урап үтмәй.
Үкенескә, фронттан әйләнеп ҡайтҡан тормош иптәше  Мәхәмәтсәлим Нотоғулла улы тыныс тормоштоң  тәмен татып өлгөрмәй,  йәшләй яҡты донъя меннә хушлаша. Алты балаһының бишәүһе гүр эйәһе була. Әммә йәштән сыныҡҡан ханым бөгөлмәй, барыһын да күтәреп сыға. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа  Йомабикә Ғиззәт ҡыҙы ауыл хужалығы тармағында эшләй. Оҙаҡ йылдар быҙау ҡараусы, ҡымыҙ бешеүсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Бөгөн йөҙйәшәр ханым  ҡыҙы Рәйсә менән кейәүе ғаиләһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ейәндәренең, бүлә бүләсәләренең хәстәрен тойоп йәшәй.
Оҙаҡ йылдар дауамында Йомабикә  Бикбова атаҡлы Мөжәүир хәҙрәт фатихаһын алып кешеләрҙе төрлө сырхауҙарҙан дауалай. Яҡындарында әҙәп, тыйнаҡлыҡ кеүек изге ғәмәлдәрҙе тәрбиәләй. Кешене, тормошто яратып ғүмер итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку