Илеш районының Ябалаҡ ауыл советы биләмәһендә йәшәүселәр ниһайәт, ҡар ҡамауынан арынды 07.02.2017

Дүрт ауыл халҡы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашып, ҡиммәтле лә, шул уҡ ваҡытта ҡеүәтле трактор һатып алыуға өлгәшә. 1 миллион 700 мең һумлыҡ техника хәҙер тәүлек әйләнәһенә урамдарҙы ҡарҙан таҙарта.

Ябалаҡ ауыл советы биләмәһе башлығы Рөстәм Ғилемханов етәксемен тип тормай, ҡышҡыһын юлдарҙы ҡарҙан үҙе таҙарта. "Тракторҙың боролмалы көрәге булыуы эште күпкә еңеләйтә,"-ти ул. Иртә таңдан алып ауыл урамдары тәртиптә. Ҡеүәтле техника былтыр "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһы ярҙамында һатып алынған.

Тракторҙың сапҡысы ла бар, йәйгеһен был техника юл ҡырҙарын тәртиптә тоторға, ер һөрөргә лә - ауыл халҡының төп ярҙамсыһына әйләнәсәк. Шулай ҙа МТЗ-820 моделе ярайһы уҡ ҡиммәткә төшә. Яҡынса 1 миллион 700 мең һумлыҡ сығымдар. Ябалаҡ ауыл советында йәшәүселәр бағыусылар һәм республика хөкүмәте ярҙамында был сумманы тулыһынса ҡаплауға өлгәшә. "Элек ҡар ҡамауында йәшәргә тура килә ине,"-тип хәтерләй улар.

Ябалаҡ ауыл советы биләмәһенә дүрт ауыл ҡарай. Үрге Юлдашта йәшәүсе Крида Михайлова ла яңы техникаға ҡыуанып бөтә алмай. "Урындағы халыҡтың тырышлығы һәм ныҡышмаллығы - һәр ихата алдының тәртиптә булыуында ла күренә,"-ти ул.

Илеш районының Андреевка ауылы советы биләмәһендә лә ошондай уҡ трактор һатып алына. Йәмғеһе былтыр республиканың "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында 22 ауыл ҡатнаша, барлыҡ проекттар ҙа тормошҡа ашырыла. Мәҙәниәт йорттары төҙөкләндерелә, юлдарға ҡырсынташ түшәлә, зыярат ҡоймалары яңыртыла.

Дүрт ауылды тәртиптә тотоусы ҡеүәтле техниканы күреп иһә күптәр көнләшеп тә ҡуйғандыр. Кем белә, бәлки, башҡа райондар ҙа был башланғысты күтәреп алыр.

Ябалаҡ ауыл советы биләмәһе район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан. Арауыҡ яҡынса илле километр. Әммә бында тормош ысын мәғәнәһендә гөрләй. Трактор юлдарҙы ҡарҙан таҙартҡан кеүек, урындағы халыҡ та йәшәү сифатын бергәләп яҡшыртыу яҡлы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика