Илеш районында 87 ауыл-ҡасабала 33 меңдән ашыу кеше йәшәй

Илеш районында 87 ауыл-ҡасабала 33 меңдән ашыу кеше йәшәй 05.01.2017

Йылдан-йыл ауылдарҙың социаль-иҡтисади хәле яҡшыра. Фельдшер акушер-пункттары асыла, спорт -һауыҡтырыу комплекстары төҙөлә. Районда халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә лә ҙур иғтибар бүленә.

Андреевка ауыл советы биләмһенең янғын һүндереү депоһына ремонт үткәрелгән. Был ышаныслы машина  тиҫтәләп ауыл кешеләрен бәләнән ҡотҡарған. Шулай уҡ Ҡарабаш, Базытамаҡ һәм  Сереккүл ауыл советы биләмәләренә юғары класлы ЗИЛ-131 машиналары алынған.
«Реаль эштәр» проекты сиктәрендә лә районда мөһим эштәр башҡарылған. Проблемаларҙы хәл итеүҙә халыҡ үҙе лә әүҙемлек күрһәткән. Районға Республика Хөкүмәтенән 2 миллион 370 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Районда 2011 йылдан алып фельдшер-акушер пункттарының матди-техник базаһын нығытыла. «Ауылдарҙы ныҡлы социаль үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә өс йыл эсендә 5 фельдшер-акушер пункты төҙөлә. Ҡарабаш ауылындағыһын Раушаниә Заһиҙуллина етәкләй. Ауыл халҡын тәжрибәле фельдшер Гөлнар Яҡупова хеҙмәтләндерә. Хаҡлы ялдағылар ФАП эшенән ҡәнәғәт.
Илештә йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу һәм сәләмәт тормош алып барыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Физкультура-һауыҡтырыу үҙәге 2013 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Уны төҙөүгә «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 91 миллион һум аҡса бүлгән. Спорт комплексында  сменаһына 83 кеше шөғөлләнә ала. Илеш ҡыҙҙары волейбол ярыштарында ярайһы уңыштар күрһәтә.
2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә армреслинг һәм йөҙөү буйынса күнекмәләр үткәрелә. Армреслинг менән шөғөлләнеүсе егеттәр февралдә үтәсәк Рәсәй чемпионатында ла һынатмаҫҡа иҫәп тота. Тренажер залында төрлө һөнәр һәм төрлө йәштәге кешеләрҙе тап итергә мөмкин. Район дауаханаһының табип-инфекционисы Ирина Ғиләжева күнекмәләрҙең айырыуса көслө физик әҙерлек талап иткәненә өҫтөнлөк бирә. Ә йәш үҫмерҙәр йөҙөү спортын һайлай.
Район йылдан-йыл үҫә һәм күркәмләнә бара. Уяндыҡ ауылында  «Ал рауза» ҡунаҡхана комплексы төҙөлөп ҡырҡлап кешегә хеҙмәт урыны булдырылған.
Базы буйында төпләнеүсе илештәр ҡаҙаныштар һәм уңыштар республика һәм район етәкселеге тарафынан алып барылған дөрөҫ сәйәсәт һөҙөмтәһе, тигән фекерҙә.
Халыҡ шағиры Мостай Кәрим тырыш, сәмсел, эшһөйәр Илештәрҙе данлап: «Ипле илештәр иле, сылтыр-сылтыр көй көйләгән көмөш инештәр иле» тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе юҡҡа ғына әйтмәгән. Тыуған ерҙәрен ожмах утрауына әйләндереүселәрҙең шатлыҡтары, район үҫеше һәм ҡаҙаныштары беҙҙең каналдың һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя


Возврат к списку


Яндекс.Метрика