Илеш районы төҙөлөш буйынса алдынғылар рәтендә

Илеш  районы  төҙөлөш буйынса алдынғылар рәтендә 15.10.2015

Матди сығымдарҙы ҡыҫҡартыу маҡсатында үҙәк ҡаҙанлыҡта реконструкция үткәрелгән. 37 йыл хеҙмәт иткән ҡаҙанлыҡ  ике торбалы йылытыу схемаһы буйынса эшләгән була. Өс тиҫтәнән ашыу йыл эсендә ҡаҙандар иҫкерә, йылытыу кимәле лә күпкә кәмей. Республика етәкселеге тарафынан объектты төҙөкләндереү мәсьәләһе  ыңғай хәл ителә. «Башнефть» компанияһы тарафынан тейешле күләмдә аҡса бүленә. Бөгөн Илештәр төҙөкләндерелгән ҡаҙанлыҡ ярҙамында 300-400 мең киловатт энергия экономиялай, аҡсаға күсергәндә ул 1 миллион 500 мең һум тәшкил итә.

Социаль объекттар төҙөү буйынса ла район юғары һөҙөмтә күрһәтә. Быға Үрге Йәркәйҙә төҙөлгән 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы асыҡ дәлил. «Йәйғор» балалар баҡсаһын 10-сы төҙөлөш идаралығы тиҙ арала һәм сифатлы итеп һалған. Балаларға уңайлыҡтар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Яҡты, иркен бүлмәләр, спорт һәм музыка залдары бар. Заманса бина асылыу  районда йәшәүселәрҙең балалар баҡсаһына ихтыяжын кәметкән. Илештәр киләсәктә лә төҙөлөш эштәрен дауам итәсәк. Тиҙҙән үҙәк район дауаханаһын төҙөкләндереү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку