Илебеҙ геройҙарға бай

Илебеҙ  геройҙарға бай 07.05.2015

Һуғыш йылдарында улар ҡаһарманлығы менән дошманды еңеүгә, тыныслыҡ ҡайтарыуға өлгәшә. Һәм бөгөн уларҙың хәтере мәңге тере. Еребеҙҙе һаҡлауҙан икһеҙ-сикһеҙ Рәсәйҙең бер төбәге лә ситтә ҡалмаған. Фронтҡа тотош ауылдар менән киткәндәр. Һәм изге бурысын үтәүҙә өлгө булырлыҡ уҙамандар байтаҡ. Уларҙың өсәүһө Көйөргәҙе районының Кинйә Абыҙ ауылынан сыҡҡан. Бөтәһе лә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Атаһына Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығы айҡанлы бүләк ителгән алтын сәғәтте Харрас Биктимеров күҙ ҡараһылай һаҡлай. Ҡомартҡы уға кинйә ул булараҡ күсә. Хәҙер Харрас Сәлмән улы сәғәтте ейән-ейәнсәрҙәренә, мәктәп уҡыусыларына күрһәтә. Бынан тыш, замандашыбыҙ атаһы, Советтар Союзы Геройы Сәлмән Биктимеровтың башҡа наградаларын да һаҡлай.
Кинйә Абыҙ ауылы уҙамандарының ҡаһарманлығы Совет осоро документаль фильмына ла ингән. Төбәктә Башҡортостандың тәүге Советтар Союзы Геройы тыуып үҫкән. Ул Ғәфиәтулла Арыҫланов - данлыҡлы Кинйә Арыҫланов нәҫеленән. Башҡорттарҙың аҫыл улы, Бүгәсәүҙең көрәштәше тағы бер герой - Хәсән Ғайсинды ла батырлыҡҡа илһамландырған, күрәһең. Ул йылдарҙа 40 йорттан ғына торған ауылдан өс Советтар Союзы Геройы сығыуы әлбиттә, быға асыҡ миҫал. Бөгөн ауылдың Кинйә Арыҫланов музейы түрендә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған стендтар.
Бынан тыш, учреждение Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған экспонаттарға бай.
Данлыҡлы ауылдаштарының хәтерен мәңгеләштереүгә Биктимеровтар  бар көсөн һала. Үҙ иңенә  улар музейҙы тулыландырыу, хәстәрләү эшен ала, йәштәр өсөн батырлыҡ дәрестәре ойоштора, пропаганда алып бара. Уларҙы ла данлыҡлы яҡташтарының батырлығы илһамландыра.
Кинйә Абыҙҙар үҙҙәренең данлыҡлы ауылдаштарының хәтерен мәңгеләштереүгә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Кинйә Арыҫлановтың музейы ғына ни тора. Һәм бөгөн музейҙы ойоштороуға күп көс түккән Харрас Биктимеровтың тағы бер тормошҡа ашмаған хыялы бар. Ул ошонда уҡ Башҡортостандың тәүге Советтар Союзы Геройы, Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа арнап Т-34 танкын урынлаштырмаҡсы. Данлыҡлы техника инде табылған, тик уны һатып алыу һәм бында килтереү ҙур сығымдар талап итә. Һәм был эштә Харрас Биктимеров битараф булмаған кешеләр ярҙамына өмөт итә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку