Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышының иң һынылышлы мәле - Сталинград алышы тамамланыуҙың 72 йыллығын билдәләне

Илебеҙ  Бөйөк Ватан һуғышының иң һынылышлы мәле - Сталинград алышы тамамланыуҙың 72 йыллығын билдәләне 10.02.2015

Ҡала өсөн һуғыш стратегик әһәмиәттән тыш идеологик маҡсатҡа ла эйә булған. Ил башлығы исемен йөрөткән ҡаланы алыу өсөн Гитлер ҙур көстәр ебәрә. Сталинградты дошмандар аҙна-ун көн эсендә генә ҡулға төшөрөргә иҫәп тота. Ләкин , вермахтың планы тормошҡа ашмай. Ярты йылға һуҙылған ҡан ҡойошло бәрелештә ҡала һаҡлап алып ҡалына.

Абдулла Хәмзиндың күңелендә дәһшәтле һуғыш  хәтирәләренән айырыуса Сталинград ҡалаһы өсөн алыш ныҡлап уйылып ҡалған. Был яу Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң мөһим стратегик әһәмиәткә эйә булды, ти ул. 1942 йылдың 17 июленән алып 1943 йылдың 2 февраленә тиклем барған алышта ике яҡтан да миллиондан ашыу ғәскәр йәлеп ителә. Сталинградты алып, Волганы аша сығып, артабан илебеҙҙең Уралға тиклем һуҙылған территорияһын баҫып алыу өсөн дошман әллә нисә меңләп самолет, танк һәм үҙйөрөшлө артиллерияһын йүнәлтә. Тарихи мәғлүмәттәрҙә был алышты тотош донъя күҙәткән, тиелә. Сталинградтан Берлинғаса яу юлын үткән Абдулла Мансур улы Мамаев Кургандагы ҡала өсөн алышҡа илдәге ҡаты һыуыҡтар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе, ти.
Ә Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай ауылында йәшәүсе Төхвәтулла Фәтҡуллин ҡәһәрле һуғыш йылдарын эҙмә-эҙлекле хәтерләй. Яу юлын тетрәнеп, күҙ йәштәре аша иҫкә ала ветеран. Генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тере шаһиты ул. Сталинград ҡалаһының күп ҡатлы йорттарынан тик стена, нигеҙҙәре генә тороп ҡалғайны, ти ул.
Дошмандар Гитлерҙың 1942 йылдың 25 июленә тиклем «Сталинградты яулау» бойороғон үтәү өсөн фельдмаршал Паулюс етәкселегендә һуғыша. Совет һалдаттары Ватаныбыҙҙың бер ус ерен бирмәү һәм Волга аша сығармау өсөн батырҙарса көрәшә. 200 көн дауам иткән алыштың 140-ы ҡала эсендә бара. «Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!» девизы бойороҡҡа әүерелә. Яугирҙар, байраҡтарҙы үбеп, үлем ҡурҡынысы янағанда ла  бер аҙым да артҡа баҫмаҫҡа, дошманды ҡыйратырға ант итә. Совет Армияһы ғәскәрҙәре илбаҫарҙарға ҡаршы 1942 йылдың 19 ноябрендә һөжүм аса. Тағы ике айҙан Ҡыҙыл Армия Сталинград тирәләй 300 меңләп фашисты ҡыҫырыҡлай. Тап ошо алыш илде илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә ҙур роль уйнай. Совет ғәскәрҙәре көнбайышҡа юллана...
Сталинград... хәҙерге Волгоград хаҡлы рәүештә Герой-ҡала исемен йөрөтә. Йәнен аямайынса тыуған ерен һаҡлау өсөн алышҡан яугирҙар башын һалған төйәк ул. Мамай курганындағы «Ил-Әсә» момументы әле лә халыҡты ил ҡәҙерен белергә саҡыра. Әйткәндәй, ул донъялағы иң ҙур скульптура. «Ил-Әсә» һәйкәле триптихтың икенсе өлөшө. Тәүгеһе Магнитогорск ҡалаһында «Тыл - фронтҡа!» тип исемләнә. Һуңғыһы Берлиндың Трептов паркында. «Ҡотҡарыусы яугир» монументы Бөйөк Ватан һуғышында Совет халҡының Еңеү яулауы һәм Европаны фашистарҙан азат итеүен сағылдыра. Триптих - Урал йылғаһы буйында сүкелгән ҡылыс, «Ил-әсә»нең уны Сталинградта күтәргәнен, Бөйөк Еңеүҙән һуң Берлинда төшөргәнен күҙ уңында тота...
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку