Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә

Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә 09.02.2015

Бөрйән районы Собханғол ауылында йәшәүсе Мырҙағоловтар өсөн Еңеү көнө икеләтә байрам. Сөнки 9-сы майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәхретдин Мырҙағоловтың тыуған көнө. Киләһе Еңеү яҙында уға 90 йәш тула.

Тиҫтәләрсә йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, Фәхретдин Мырҙағолов 10 хәрефтән торған фамилияһының радистар телендә нисек яңғырауын онотмай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 16 йәшлек үҫмергә морзе телендә йәшерен хәрби мәғлүмәт тапшырырға тура килгән. Фәхретдин Фәсхетдин улы Мырҙағолов 1943 йылда 16 йәшендә һуғышҡа алына. Буйы 1 метр 50 сантиметрға етмәгән үҫмерҙәрҙе радистар мәктәбенә уҡырға ебәрәләр.  
Совет Армияһы сафына баҫҡан егет, Ырымбурҙа әҙерлек курстары үткәндән һуң, Ташкенттағы ҡыҫҡа тулҡын радистары мәктәбенә эләгә. Фронттың алғы һыҙығында булмаһалар ҙа, үҫмерҙәргә өҫтән яуған бомбалар аҫтында радист бурысын үтәргә тура килә. Еңеү яҙын да радист көндәлек эш өҫтөндә ҡаршылай. Фәхретдин Фәсхетдин улы 1948 йылда тыуған яғына ҡайта.
Һуғыштан һуңғы халыҡ хужалығын тергеҙеү яу яланынан иҫән йөрөп ҡайтҡандар иңенә ята.  Фәхретдин  Фәсхетдин улы ғүмере буйы почта хеҙмәтендә эшләй. Тормош иптәше Йәмилә Баһауетдин ҡыҙы менән 5 балаға ғүмер биргәндәр. 90 йәшен ҡыуған ветеран бөгөн ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика