Илдең төп байрамы алдынан Өфө тулы хоҡуҡлы һигеҙ гражданға артты

Илдең төп байрамы алдынан Өфө  тулы хоҡуҡлы  һигеҙ гражданға артты 10.06.2015

Яңы ун дүрт йәше тулған егет-ҡыҙҙарға  Миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында тантаналы шарттарҙа  шәхесте раҫлаусы төп документтар тапшырылды. Күптәр  өсөн Рәсәй паспортына эйә булыу яҡты хыял булһа, бөгөнгө көн йәштәр өсөн  яуаплы ла, иҫтә ҡалырлыҡ та ваҡиға.

Тантаналы шарттарҙа ҡулына паспорт алыусы Денис  Йыһаншиндың тулҡынланыуы аңлашыла. Ул ошо минуттан алып биргән антына  тоғролоҡ һаҡларға, хоҡуҡтарын һәм бурыстарын теүәл үтәргә ант итә. Егет Рәсәй паспорты хужаһы үҙ иленең ысын патриоты  булырға тейеш, тип иҫәпләй.
Денис Йыһаншин, Өфөлә йәшәүсе:  «Мин был тантаналы көндө оҙаҡ көттөм. Рәсәй гражданины нисек булғанын белгем килде. Ошо минуттан башлап бөтә нәмәгә лә етди ҡараясаҡмын, һәр нәмәне аҡыл менән уйлап хәл итәсәкмен. Мин ошо илдә тыуып үҫеүем менән бәхетлемен».
Елизавета Һамарова, Өфөлә йәшәүсе:  «Паспортымды ҡулға алыу минең өсөн оло ғорурлыҡ. Документымды һаҡлап, ҡәҙерләп тотасаҡмын. Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы гражданины булыу яуаплылыҡ тойғоһон арттыра».
Рәсәй көнө уңайынан ойошторолған йәштәргә паспорт тапшырыу тантанаһы рәсми шарттарҙа үтте. Көндәлек ығы-зығыла бындай байрамдар уҙғарылыуы балалары үҫеп еткән ғаиләләр өсөн дә иҫтәлекле. Әйткәндәй,  Украинанан килгән 4500-ҙән ашыу кеше артабанғы яҙмышын  Башҡортостан менән бәйләргә ынтылыуы юҡҡа түгел.
Надежда Мизенко, Краматорск  ҡалаһынан күсеп килеүсе: «Унда ер өсөн халыҡты туранан-тура юҡҡа сығарыу бара».
Владимир Мизенко, Краматорск ҡалаһынан күсеп килеүсе: «Атыш мәлендә тәне өҙөлөп бөткән ҡатынды күрҙем, һыңыр ҡулы өҙөлгән ир ята ине, ул ҡурҡыуын белдермәне,  водитель өҙөлгән ҡулын эргәһенә һалып маташа ине».
Ҡасандар беҙгә туғандаш булған илдәрҙең ҡасаҡтарына Рәсәйҙә йәшәргә документ алыуҙың  өҫтөнлөклө юлдары эшләнелгән. Улар алты ай урынына өс ай арауығында гражданлыҡ алыу мөмкинлегенә эйә.
Нәзиф Назаров, Федераль миграция хеҙмәтенең  гражданлыҡ, ҡасаҡтар һәм  мәжбүри күсенеүселәр мәсьәләләре буйынса бүлек етәксеһе: «Әхмәров Азат Нәүфил улы былтыр ҡайтып төштө. Ғаризаһы өс айҙа ҡаралды. Ул Еңеү көнөн үҙебеҙҙең Рәсәй гражданины булараҡ ҡаршыланы».
Рәсәй паспортына эйә булырға теләгән меңәрләгән кеше араһында был бик әҙ генә кеүек күренһә лә, һуңғы дүрт айҙа ғариза биреүсе сит ил  граждандары былтырғыға ҡарағанда утыҙ процентҡа артҡан.  Тотороҡһоҙ тормоштан һәм локаль бәрелештәрҙән  ҡасып Үзбәкстан, Тажикистан, Әрмәнстан, Әзербайжан һәм башҡа илдәр вәкилдәре Рәсәй биләмәләренә тартыла. Ә ҡунаҡсыл тыуған илебеҙ беҙҙең ҡанундарҙы үтәгән  һәм йолаларҙы һанлаған һәр кешене ҡабул итергә әҙер.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика