Илдең киләсәге үҫеп килгән быуынға бәйле

Илдең киләсәге үҫеп килгән быуынға бәйле 20.02.2015

Шуға үҫмерҙәр һәм йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреү мәсьәләһе тәүге урында булырға тейеш.

Йолаларҙы, тарихты хөрмәт иткәндә, сәләмәт тормош алып барғанда ғына - иртәгәһе көнгә ышаныс буласаҡ. «Мин патриот» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ошо йүнәлештә үҙ эшен башланы ла инде. Бөгөн тәүге сараларҙың береһе – «Ватан геройы вахтаһы» акцияһына старт бирелде. Уның сиктәрендә Өфөгә бер төркөм Рәсәй геройҙары килде. Улар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Фекер алышыуҙа үҫмерҙәр, йәштәр менән эшләүҙә,  гражданлыҡ тойғоһон күтәреүҙә яңы алымдар ҡулланыу кеүек мөһим һорауҙар күтәрелде. «Мин патриот» ойошмаһы вәкилдәре тарафынан Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына арналған күп кенә саралар үткәреү ҡаралған. Тәү сиратта, йәш быуын менән етди эш алып барыласаҡ.  Хәрби-патриотик акция сиктәрендә иртәгә ҡатнаш һуғыш төрҙәре буйынса Башҡортостан чемпионаты үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика