Илдә Экология йылына арналған рәсми сайт булдырылды

Илдә Экология йылына арналған рәсми сайт булдырылды 28.01.2017

Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы заказы буйынса интернет селтәре заманса дизайн, махсус тематикаға тура килерлек итеп эшләнгән.

Рәсми сайт аша йыл дауамында башҡарыласаҡ саралар, шулай уҡ илдең интерактив картаһы менән танышырға мөмкин. Сайтты төрлө заманса ҡоролмалар аша ла күҙәтеп була. Билдәләнеүенсә, йыл дауамында 234 проектты тормошҡа ашырыу, тәбиғәтте һаҡлау буйынса 600-ләп сара уҙғарыу һәм илдә айырыуса һаҡланған 11 тәбиғәт биләмәһен асыу күҙаллана. Был эштәрҙе бойомға ашырыу өсөн 238 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика