Илһөйәрҙәр бергә йыйылды 26.12.2016

Бөгөн Өфөлә «Йәш армия» бөтә Рәсәй хәрби-патриотик  хәрәкәтенең яңы ағзаларын ҡабул итеү тантанаһы үтте.

Был ойошманың төбәк бүлексәһе сағыштырмаса яңы, ағымдағы йылдың июлендә генә барлыҡҡа килә. Бөгөнгө слеттан күренеүенсә,  хәрәкәт  йәш быуын араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Киләсәктә ул  меңдәрсә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы берләштерер тип көтөлә. Берекмә сафына теләге булған барлыҡ  уҡыусылар,  хәрби-патриотик  клубтар, эҙәрмәндәр отрядтары ла ҡабул ителә. Рәсәй ДОСААФ-ы  хәрәкәт ағзаларына үҙ обьекттарында  күнекмәләр үткәрергә лә рөхсәт иткән.  Генерал Шайморатовтың яҡташтары ҡырмыҫҡалылар әйтеүенсә, районда   патриотик тәрбиә биреүгә электән ҙур иғтибар бирелә. Хәрби  клубтар ҙа, эҙәрмәндәр отряды ла уңышлы эшләп килә. Йәштәр район тарихын, батырҙарҙың тормош юлын өйрәнә, спорт менән әүҙем шөғөлләнә.
Хәрәкәт асылғандан алып Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла «Йәш армия»ның бүлексәләре барлыҡҡа килгән.  Ул  йәштәрҙең физик әҙерлеген нығытыуҙан тыш, тыуған илгә һөйөү тойғоһон тәрбиәлеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.  Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы етәкселәре әйтеүенсә, әле 200-ҙән ашыу хәрби-патриотик  клуб һәм 30 эҙәрмәндәр отряды теркәлгән. Бөгөн иһә  илһөйәр йәштәрҙең сафы тағы ла 300 ағзаға артты.  Яңы ағзалар араһында  ҡыҙҙар ҙа бик күп, уларҙың күбеһе киләсәген хәрби хеҙмәт менән бәйләргә уйлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика