Ил төкөрһә, күл була

Ил төкөрһә, күл була 27.08.2014

Рәсәйгә һыйынған Украина ҡасаҡтарына ярҙам итергә теләүселәр сафы тулылана. Бөгөн Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге лә үҙенсәлекле хәйриә акцияһы ойошторҙо. Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Шинкаревтар ғаиләһен шефлыҡҡа алды.

Дүрт йәшлек Владимир яңы уйынсыҡҡа ҡыуанып туя алмай. Ҡатын-ҡыҙҙар союзы килтергән гуманитар ярҙамда, уйынсыҡтарҙан тыш, йылы кейем һалым, тәмлекәстәр ҙә бар. Владимирҙың әсәһе Виктория, Украинала хәрби бәрелештәр башланыу менән, өс балаһы һәм тормош иптәше менән Рәсәйгә ҡаса. Бәхеткә, Өфөлә уның юлына мәрхәмәтле кешеләр осрай. Ғаиләгә йәшәп торорға фатир ҙа бирәләр. Ләкин яңыраҡ Украиналағы кисерештәр эҙһеҙ үтмәй. Тыныс тормошта урынлашып киттем тигәндә, уның тормош иптәшен инфаркт һуға.
Виктория Шинкарева, ҡасаҡ: «Тормош иптәшем аяҡҡа баҫып китер, тип ышанам. Әле ул республиканың кардиология үҙәгендә дауалана. Унан сыҡҡас, көн һайын дарыу эсергә кәрәк. Ул дарыу 3500 тора. Элек пособие килә торғайны, хәҙер уныһы ла юҡ. Украинаға кире ҡайта алмайбыҙ, унда беҙгә хыянатсылар тип ҡарайҙар».
 Викторияның тормош иптәшенең йөрәгенә оҙаҡламай икенсе операция яһаласаҡ. Дауаланыу өсөн уға ай һайын ҡиммәтле дарыуҙар эсергә кәрәк, ә уларҙы алырға ғаиләнең аҡсаһы юҡ. Ҡатын ҡул ҡаушырып ултырырға теләмәй. Өйҙә маникюр менән булышып булһа ла аҡса эшләр инем, тигән теләк менән яна. Шулай ҙа ғаиләгә аяҡҡа баҫып киткәнсе ярҙам кәрәк. Ҡасаҡтарҙың яҙмышына битараф булмаусылар беҙҙең редакцияға Өфө ҡалаһы, Ғафури 9/1 адресына мөрәжәғәт итә ала.
Памперс, кейем һалым, мәктәп кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек. Рәсәйгә һыйынған Украина ҡасаҡтары күптәр өсөн ғәҙәти күренгән көнкүреш әйберҙәренә мохтаж. Украинанан Рәсәйгә һыйыныусыларға ярҙам итеүселәр күп. Викторияға Өфөлә йәшәүсе Светлана Кәримова үҙ фатирын ваҡытлыса йәшәргә биргән. Ҡырмыҫҡалы районында ла үҙенең йортон ҡасаҡтарға йәшәргә биреүселәр бар. Был республикала мәрхәмәтле кешеләр күп булыуын иҫбатлай. Украинанан Рәсәйгә һыйыныусылар үҙҙәренең тыуған яғында шундай ҡурҡыныс ваҡиға барыуында ғәйепле түгел бит.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку