Ил кимәлендә ойошторолған «Уңайлы мөхит өсөн» мониторингы сиктәрендә бөгөн «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты»ның төбәк штабы вәкилдәре социаль объекттар буйлап рейдҡа сыҡты

Ил кимәлендә ойошторолған «Уңайлы мөхит өсөн» мониторингы сиктәрендә бөгөн «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты»ның төбәк штабы вәкилдәре социаль объекттар буйлап рейдҡа сыҡты 12.11.2015

Тәүге туҡталыш баш ҡала ҡунаҡханаларының береһендә булды. Бында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн айырым парковка урындары билдәләнһә лә, пандус мәсьәләһе әлегәсә хәл ителмәгән. Уның ГОСТ, хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәүен «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты» эксперты Ирек Зарипов та дәлилләне. Шулай ҙа ял итеү учреждениеһында инвалидтар өсөн махсус иркен бүлмәләр булдырылған. Етешһеҙлектәр бар, әлбиттә, әммә уларҙы йыл аҙағына хәл итергә вәғәҙәләй ҡунаҡхана етәкселеге. Ваннаға килгәндә иһә, бында тик саҡырыу төймәһе генә булмай сыҡты.

Көньяҡ автовокзал да үҙгәрештәр алдында. Яңыраҡ пандус ҡуйылған, әммә яндауырҙың ғына киңлеге тотоуға уңайһыҙ тип табылды. Әйткәндәй, бында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн айырым мәғлүмәт-белешмә бюроһы ойоштороласаҡ. Әлегә ул төҙөлә генә. Республикала барлығы 64 автовокзал иҫәпләнә, уларҙың 24-е тиҙҙән барлыҡ уңайлыҡтар менән тәьмин ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку