Ил етәкселеге бысраҡ төтөн сығарған автомобилдәргә сикләү индерергә уйлай

Ил етәкселеге бысраҡ төтөн сығарған автомобилдәргә сикләү индерергә уйлай 21.08.2014

Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тәҡдим иткән документҡа ярашлы, «Механик транспорт сараларының экологик класын сикләүсе зоналар» барлыҡҡа киләсәк. Бындай биләмәләр махсус тамға менән билдәләнә һәм «таҙалыҡ сифаты» тейешле норманан түбән булһа, юл йөрөү тыйыла. Ҡағиҙә Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Оборона министрлыҡтарына, «Рәсәй Почтаһы»на, мотоциклдарға һәм утыҙ йыл элек сығарылған ретро-автомобилдәргә ҡағылмай.

Белгестәр аңлатыуынса, яңы тамға экологик яҡтан хәүеф тыуҙырған райондарҙағы хәлде контролдә тотоу өсөн кәрәк. Ғәмәлдәге ҡағиҙәләрҙә бындай сикләүҙәр ҡаралмаған. Шуға ҡарамаҫтан, 2014 йылдың 1 ғинуарына алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, илдәге еңел автомашиналар паркының яҡынса яртыһы «Евро-0» һәм «Евро-1» класына ҡарай. Әйткәндәй, биләмәләргә транспорт индереүҙе сикләү идеяһы яңылыҡ түгел. Мәҫәлән, Германияла тейешле талаптарға яуап бирмәгән «тимер ат»ты сикләү тәүлек әйләнәһенә ғәмәлдә ҡалған урындар бар. Данияла бындай тамға йөк һыйҙырышлылығы 3,5 тоннанан артмаған дизель йөк машиналарына ҡағыла. Законға төҙәтмәләр индерелә ҡалһа, тәүге билдәләр Мәскәүҙә ҡуйыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика