Ил үҫеше нигеҙе- патриотизм

Ил үҫеше нигеҙе- патриотизм 11.06.2015

Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләмәй тороп дәүләт көслө була алмай. Һуңғы осорҙағы тышҡы сәйәси хәлдәр  илдең  ысын патриоттарын үҫтереү мөһимлегенә тағы бер ишара. Республиканың призывҡа тиклемге әҙерлек һәм патриотик тәрбиә биреү буйынса ведомство-ара координация советы ултырышында  ошо мәсьәләләр тикшерелде

Координация советы рәйесе, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев әйтеүенсә, Һуңғы арала илһөйәрлек тәрбиәһе айырыуса көнүҙәклек ала. Был йәһәттән республика һигеҙ йүнәлеш буйынса эш алып бара. Балалар ҡайтанан тергеҙелгән «Зарница» кеүек уйындар, хәрби йыйындар, конкурстар, патриотик клубтарҙа  ватанды һаҡларға, һөйөргә өйрәнә. Йәй көндәре махсус лагерҙар эшләй. Марат Мәһәҙиев әйтеүенсә, хәрби йүнәлешле ял итеү базалары эшен  йыл әйләнәһенә ойоштороу мөһим. Бынан тыш үҫмерҙәрҙең сәләмәтлегенә лә иғтибар бүленде. Диспансеризация һәм башҡа мелдицина тикшереүе һөҙөмтәләре көүрһәтеүенсә, мәктәп йәшендәге балаларҙың һаулыҡ яғы ҡыуанырлыҡ түгел. Был йәһәттән физик культура менән шөғөлләнеү уңайлыҡтары булдырыу зарур, тиелде кәңәшмәлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика