Ихаталарҙы бикләү юҡ

Ихаталарҙы бикләү юҡ 24.10.2015

Күп ҡатлы йорттар янында законһыҙ рәүештә урынлаштырылған шлагбаумдар һүтеләсәк. Тәүге осраҡ әле үк бар, баш ҡаланың Зәйнәб Биишева урамындағы бик алынды.

Бында бер төркөм граждандар үҙ теләге менән йорттары эргәһендәге парковканы шлагбаум менән кәртәләй. Йүнселдәр кәрәкле документтар юлламай, хатта, күршеләренә лә хәбәр итмәй. Автомобилдәрен парковкаға индерә алмаған башҡа фатир хужалары судҡа мөрәжәғәт итә, ике йылға яҡын дауам иткән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә законһыҙ кәртәне һүтергә тигән ҡарар сығарыла. Шул уҡ ваҡытта йорт ихатаһына шлагбаум ҡуйырға була, тик бының өсөн мотлаҡ процедуралар башҡарыу талап ителә. Мәҫәлән, кәртәләнәсәк ерҙе ҡуртымға алып кадастр теркәүгә ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ шлагбаум ҡуйылған ихатаға янғын һүндереүсе, тиҙ ярҙам һәм башҡа махсус транспорт үтеп инә алһын өсөн шарттар булдырыу мотлаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку