Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы, был ҡымыҙға ни етә

Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы, был ҡымыҙға ни етә 18.07.2014

Күгәрсен районында халҡыбыҙҙың боронғо эсемлеген әҙерләүсе оҫталар йыйыны үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендәге ҡымыҙ бешеү рецепттары бер урында тупланды.

Күгәрсен районының  Дауыт-Ҡайып ауылы эргәһендәге аҡланда  республиканың алдынғы йылҡысылыҡ хужалыҡтары, фермерҙар, хатта  шәхси ихатаһында йылҡы малын көтөүселәр йыйылды. Конкурстың төп маҡсаты ҡымыҙ бешеү оҫталарын бергә туплау.
Сейәле, баланлы, еләкле  ҡымыҙҙы Баймаҡ районынан Иҫәновтар  алып килгән. Милли эсемлек тәмен  улар боронғо рецепттар буйынса  Башҡортостанда үҫкән емеш-еләк һәм үләндәр менән байытып әҙерләй.
Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми тикшеренеү институты иһә баһалама ағзалары иғтибарына оҙаҡ йылдар барған фәнни эҙләнеүҙәргә нигеҙләнгән яңы эсемлек - баллы ҡымыҙҙы тәҡдим итте. Татлы алтын, милли эсемлектең һаҡлау ваҡытын оҙайта тигән фекерҙә институт етәксеһе Әмир Ишемғолов.
Ҡымыҙ бешеү оҫталары ярышы менән бер рәттән йылҡы көтөүселәре көс һынашты. Өйөрҙө дөрөҫ туплау, сыбыртҡы кеүек мал көтөү ҡоралдары менән файҙаланыу оҫталығы ла баһаланды.
Конкурста ҡатнашыусылар шулай уҡ Тәүәкән ауыл хужалығы предприятиеһының алдынғы тәжрибәһе менән дә яҡындан танышты. Йылҡысылыҡ фермаһында улар заманса ҡорамалдар ярҙамында ҡымыҙ бешеү алымын үҙләштерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку