Икенсе ғүмер бүләк итеүселәр 01.03.2016

Баш ҡалала республиканың Янғын һағы хеҙмәтенең иң яҡшы ҡотҡарыусылары асыҡланды. Юл-транспорт ваҡиғалары эҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән ярыштың талаптары ҡаты ине. Бәйгелә ҡатнашыусылар фажиғәгә эләгеүселәрҙе автомобилдән сығарып, тәүге ярҙам күрһәтергә тейеш.

Руль артындағы водитель һәм пассажир ауыр тән йәрәхәттәре алған. Әлбиттә, был хәл ысынбарлыҡта түгел. Бәйге өсөн ғәҙәттәгесә үтилләштерелгән  «Тимер ат»тар ҡулланылды, шул уҡ ваҡытта зыян күреүселәр урынында ҡотҡарыусылар үҙҙәре ҡатнашты. Күләмле сарала Өфө, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары командалары оҫталығын күрһәтеп, ваҡытҡа көс һынашты. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда, эш тәртибе менән таныштырҙы. «Иң мөһиме юғалып ҡалмау»,- ти улар. Әйткәндәй, былтыр ғына ҡотҡарыусылар меңдән ашыу кешене аварияға тарыған автомобилдәрҙән сығарған.
Эскән килеш руль артына ултырыу, юғары тиҙлек - быларҙың барыһы ла фажиғә менән тамамланыуы ихтимал. Һуңынан кеше ғүмерҙәре өсөн бар яуаплылыҡ ҡотҡарыусылар иңенә төшә. Улар өсөн автомобилдән водитель, пассажирҙарҙы сығарғанда һәр секунд ҡәҙерле. Әйткәндәй, ярышта еңеүсе команда Волга буйы федераль округында республика өсөн сығыш яһаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика