Икенсе гәүһәр туй!

Икенсе гәүһәр туй! 30.01.2016

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәүсе ғаиләләрҙең береһендә оло байрам тантанаһы уҙҙы. Гөлйыһан менән Нәбиулла Хәкимовтар бергә ғүмер итеүҙәренә етмеш йыл тулыуҙы туйланы.

Оҙаҡ йылдар татыу, бер-береһенә терәк булып тормош көткән пар ауырлыҡтарҙы бергәләп еңергә күнеккән. Нәбиулла Хәбибулла улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оҙаҡ йылдар колхозда эшләй, шул осорҙа буласаҡ ҡатынын осрата. "Тормош иптәшем, минең тылым булды, йорттағы бар эштәр уның иңенә төштө", - ти ғаилә башлығы. Беҙгә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға  мөхәббәт һәм сабырлыҡ ярҙам иткәндер - тип билдәләй ололар. Йәштәргә өлгө булып торған бәхетле ғаилә бөгөн дә бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, таяныс булып йәшәй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика