Икеләтә килгән байрам

Икеләтә килгән байрам 08.05.2015

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылағанда  Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе замандашыбыҙ ҙа күркәм юбилейын билдәләй. Ул - Еңеү Әхмәтйәнов.

Уҙаман бынан 70 йыл элек ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән. Яңғырауыҡлы, тәрән мәғәнәле исемде уға Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан атаһы ҡуша. Оло байрамдың ҡәҙерен, башҡорттарҙың яугир халыҡ булыуын күҙ уңында тотопмо, миңә ҡыҫҡа һәм ғорур исем ҡушҡандарҙыр, ти Еңеү Шакирйән улы. Исеменә күрә есеме. Еңеү Шакирйән улы урта мәктәпте тамамлағас  хеҙмәт юлын тыуған ауылы Амангилделә клуб мөдире вазифаһында  башлай. Оҙаҡ йылдар Әбйәлил районының мәҙәниәт бүлеген етәкләй. Йәмәғәт һәм мәҙәниәт эштәрендә әүҙемлек күрһәткән  уҙаман Хеҙмәт ветераны исемен  йөрөтә.
Еңеү Әхмәтйәнов, хеҙмәт ветераны: «Әллә миңә бөтәһе лә ул исемдән генә икән ул. Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән бәлки, мин эшемдә һәр ваҡыт та, берәүҙән дә артта ҡалманым. Эшләгән урынымда дүрт министр ҡулында эшләнем, дүртеһендә лә мине ихтирам иттеләр. Мин уларҙы ихтирам иттем. Минең районда ла пенсияға сыҡҡанса, эшем барғас минең йөҙ ҙә яҡты булды, нимә әйтәм шул һүҙем үтте, маҡсатым да шул»

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку