Ике йөҙ бала ҡараңғыла, музыкаһыҙ шөғөлләнергә мәжбүр 14.03.2017

Гимнастика буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының күнекмәләре фонарҙәр яҡтыһында үтә. «Гастелло» спорт залы тәрбиәләнеүселәренә күнекмәләр эшләргә кем ҡамасаулай? Электр уты ни сәбәпле, кем тарафынан һүндерелгәнен аңламаған тренер, ата-әсәләр беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте.

Спорт залында һаман да ут юҡ. Шунлыҡтан фонарь биналағы иң кәрәкле әйбер һанала. Күнекмәләрҙе бер көнгә лә туҡтарырға ярамай. Гимнаст ҡыҙҙарҙы алда ҡыҙыу ярыштар көтә.
Был залда ике йөҙләп бала шөғөлләнә. Улар араһында спорт мастерҙары ла, кандидаттар ҙа бар. Был уңыштарҙы ҡыҙҙар тап ошо залда, Өфөләге махсус гимнастика өсөн йыһазландырылған берҙән-бер бинала шөғөлләнеп яулай.
Көндөҙгө яҡтыла күнекмә үткәрергә була ла ул, тик бөтә төркөмдәргә лә бер залда, бер үк ваҡытта урын етмәй.
Фәриҙә Ғилемшина, тренер: «Балаларға бындай шарттарҙа  нисек шөғөлләнергә? Ярыштар алдынан күнекмәләрҙе туҡтатырға ярамай. Етмәһә, ҡыҙҙар үҙҙәре ашҡынып тора. Графикка ярашлы, киске ваҡытта шөғөлләнеүселәр килһә, ут һүнә лә ҡуя».
Электр уты өсөн ваҡытында иҫәпләшкәндәр. Бинаның зал хужаһы - Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең дә бурысы юҡ. Тик ни сәбәпле балалар ҡараңғыла шөғөлләнергә тейеш һуң? Ата-әсәләр, тренер әйтеүенсә, утты бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ «Йәрминкә» магазины хеҙмәткәрҙәре һүндерә. Хәлде асыҡлар өсөн беҙҙең ижади төркөм  магазин селтәренә юлланды. Әммә директор беҙҙең һорауыбыҙға, «мин белмәйем» тип яуаплауҙан уҙманы.
Магазин директоры беҙгә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең торлаҡ-файҙаланыу ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә  мөрәжәғәт итергә  кәңәш итте. Бында ла яуаплы вәкилдәр спорт залы менән  магазин электр щиттары бер урында булыуы менән хәбәрҙар, щиттарҙы икегә айырырға теләгәндә, сауҙа үҙәге етәкселеге ҡаршы килә.
Әле спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре балаларға шарттар тыуҙырыу өсөн бар көсөн һала. Торлаҡ-файҙаланыу ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре «Башкирэнерго»ға мөрәжәғәт итеп, ике ойошманы тоташтырған электр щиттарын айырыуҙы һорамаҡсы. Әлбиттә, залды ябыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Бары күнекмәләр графигы, иртәнге йәки көндөҙгө ваҡытҡа күсеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика