Ике стела һәм бер һәйкәл

Ике стела һәм бер һәйкәл 12.05.2015

Туймазы районының Төмәнәк ауыл биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәрен шулай хөрмәтләнеләр.  Дарвин ауылындағы мемориалда халыҡ батырҙарының исемдәре, «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған» тигән яҙыу уйылған.

Иң өҫтә ҡайғырған әсә йөҙө һүрәтләнгән.  Әгертамаҡ ауылында ҡуйылған таҡтаташта  104 яугирҙың исеме мәңгеләштерелгән.  Тантананы һуғыш йылдары йырҙары, ҡурай, гармун моңдары биҙәне. Ә Райман ауылының үҙәк майҙанында ҡулына каска һәм мылтыҡ тотҡан һалдат кәүҙәләндерелгән  мөһабәт һәйкәл ҡалҡты. Туймазы районындағы яңы һәйкәлдәр  урындағы халыҡ һәм бағыусылар ярҙамында ҡуйылған.
Туймазы районының Төмәнәк ауылы халҡы ла Еңеү көнөн лайыҡлы ҡаршыланы. Үҙәк урамдан «Үлемһеҙ полк» маршы үтте, урындағы обелисктарға сәскә һалынды. Үҙешмәкәр ансамблдәр ветерандарға бай концерт программаһы күрһәтте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку