Иглиндә авария хәлендәге һәм иҫкергән торлаҡтан күсереү республика программаһы йылдам тормошҡа ашырыла

Иглиндә авария хәлендәге һәм иҫкергән торлаҡтан күсереү республика программаһы йылдам тормошҡа ашырыла 19.10.2016

Көҙәй ҡасабаһында ла бер юлы өс яңы йорт ҡалҡып сыҡты. Һикһәндән ашыу ғаилә өр-яңы фатир асҡыстарын алып һөйөндө.

Мария Концевенко ҡарт көнөндә заман талаптарына яуап биргән уңайлы фатирға күсеүенә шат. Сөнки ҡышҡы һыуыҡтарҙа иҫке йортта өлкән йәштәге ханыма ҡыйынға тура килгән, иҙән ярығынан өргән ел үҙәгенә үткән. Ә яҙлы-көҙлө түбәнән һыу аҡҡан, етмәһә, йорт эргәһендәге юл батҡаҡҡа әйләнгән.
Фатир хужалары асҡыстарын тулҡынланып ҡабул итте. Ни тиһәң дә, улар был көндө йылдар буйы көткән. Әйткәндәй, был йорт районда һуңғыһы түгел. Программа буйынса төбәктә торлаҡ төҙөлөшө дауам итәсәк. Урман һәм Охлебинин ауылдарында ла ошондай уҡ шарттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү ҡаралған.
Өй туйлаусыларҙың шатлығының иге-сиге юҡ. Шулай булмай ни, хәҙер уларға сатлама һыуыҡтар ҡурҡыныс түгел. Сөнки яңы фатирҙа бөтә шарттар тыуҙырылған, ҡаланыҡынан һис тә кәм түгел.
Фатир хужалары ҡыуаныслы мәшәҡәт кисерә, уларҙың һәр береһенең йөҙөндә бәхетле йылмайыу.
Республика программаһына ярашлы, һикһән дүрт ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәште. Яңы фатирҙа бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Әлегә хужалар көнкүреш кәрәк-яраҡтарын, кейем-һалымдарын урынлаштыра.
Иҫке йорттарҙы һүтеп, яңыларын төҙөү районда уңышлы хәл ителә. Ә әлеге йәнәш төҙөлгән өс йорт биләмәһендә балалар майҙансығын сафҡа индереп, тирә-яҡты йәшелләндереү, уңайлыҡтар булдырыу саралары ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика