Иглин районының Көҙәй ауылында йәшәүсе 10 йәшлек Азамат Сөләймәновтың кәүҙәһе табылды

Иглин районының Көҙәй ауылында йәшәүсе 10 йәшлек Азамат Сөләймәновтың кәүҙәһе табылды 22.08.2014

3 синыф уҡыусыһы 17 августа юғалғайны. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Ул көндө Азамат икмәк менән туңдырма алырға тип магазинға йыйынғайны, тип хәтерләй Пелагея Вершинина. Яңғыҙ йәшәгән күрше инәйгә малай йыш килеп йөрөгән. Аутизм сиренән интеккән бала тиҫтерҙәре менән аралашмаған. Улар Азаматтан көлә торған булған. Шәмбе кис Азамат өйөнә ҡайтмай. Әллә ни алыҫҡа йөрөмәй торғайны, ти уның күршеләре.

Полиция, ауыл кешеләре, ирекмәндәр юғалған малайҙы өс көн буйы эҙләй. Ауыл эргәһендәге соҡор-саҡыр, һыу буйҙары, баҡсалар - эҙләүсе төркөм аяҡ баҫмаған урын ҡалмай. Эҙләүгә вертолеттар ҙа йәлеп ителә. 20 августа уның кәүҙәһе табыла.

Светлана Абрамова, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Малайҙың үлем сәбәбе баш һөйәге-мейе йәрәхәтләнеүе тип фаразлана. Енәйәт эшен асыуға криминалистиканан һәм полициянан иң яҡшы белгестәр йәлеп ителде. Улар фаразлауынса, малайҙың үлемендә үҫмерҙәр ғәйепле».

Көҙәй ауылында тиҫтерҙәренән аҡса таптырыусы үҫмерҙәр төркөмө барлығы асыҡлана. Велосипедта магазинға юлланған малайҙың юлын бүлеп улар аҡса таптырған, һуңынан туҡмап үлтергән тип фаразлана. Һорау алыу ваҡытында енәйәт ҡылыуҙа 15 йәшлек үҫмер шик аҫтына алына. Ул ҡулға алынған. Тәфтишселәр фекеренсә, ҡара эштә башҡаларҙың да ғәйебе бар. Былар барыһы ла әле фараздар ғына, енәйәт буйынса һорау алыу, тикшереү эштәре дауам итә.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку