Иглин районының Көҙәй ауылында 18 ғаилә фатирлы булды

Иглин районының Көҙәй ауылында 18 ғаилә  фатирлы булды 02.02.2015

Торлаҡ граждандарҙы авария хәлендәге фондтан күсереү буйынса адреслы программа сиктәрендә төҙөлгән.

Йорт туйлаусылар араһында 40 йылдан ашыу  бер уңайлыҡһыҙ йортта йәшәгән Менәүәрә Ғәзизова ла бар. Уның оҙаҡ йылдар дауамында йәшәргә яраҡһыҙ хәлгә килгән торлағын «Яңылыҡтар» сығарылышында күрһәткәйнек инде. Ниһайәт, Менәүәрә Самат ҡыҙы хыялында ғына йөрөткән яңы фатирға эйә булды. Ханым бар уңайлыҡтар тыуҙырылған йортҡа күсеүенә әле булһа ышанып етмәй.  
Яңы фатир асҡыстары Көҙәй ауыл халҡына райондың 80 йыллығы  билдәләнгән тантаналы көндө тапшырылды. Байрам уңайынан район мәҙәниәт һарайында  төбәк предприятиеларының  былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Иглин район советы рәйесе Сәйфулла Айытҡоловҡа райондың почетлы гражданы исеме бирелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика